Новости

19.04.2024
День единых действий
 
2024 йылдың 19 апрелендә РФ территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар тарафынан совет халҡына ҡаршы енәйәт ҡорбандары иҫтәлегенә берҙәм эштәр көнө билдәләнә. 
Дата тарихи ваҡиғалар менән бәйле. 1943 йылдың 19 апрелендә "Граждандарҙы, ҡыҙылармеецтарҙы үлтереү һәм ҡазалау енәйәттәрендә ғәйепле немец-фашист дошмандарын һәм Тыуған илгә хыянат итеүселәрҙе тураһында" Үрге Совет президиумы указы сыға. 
16.04.2024
Тотальный диктант – 2024!
2024 йылғы тоталь диктант 20 апрелдә үтәсәк. Теләгән һәр кем үҙенең грамоталылығын тикшереп, хәҙерге рус әҙәбиәте менән таныша аласаҡ. Акцияның егерме йыллығы йылында билдәле яҙыусы Анна Матвеева диктант өсөн текст әҙерләй.
2024 йылдың 20 апрелендә 13.00 сәғәттә Өфө тоталь диктантҡа 13-сө тапҡыр ҡушыла.
15.04.2024
Уфимские библиосумерки 2024

20 апрель һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Библиотөн-2024" бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Өфө библиоэңерҙәре" уҙғарыла. Йыл девизы - "Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ" 

15.04.2024
Прошел конкурс по вопросам избирательного права
 
11 апрелдә Өфө медицина колледжында 18 йәштән өлкән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсының район этабы (Совет районы) үтте.
12.04.2024
Выставка-инсталяция "Поехали! Путь к звездам"
Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә "Йондоҙҙарға киттек" Космонавтика көнөнә арналған күргәҙмә-инсталяцияһы асылды. Күргәҙмәлә космонавтиканың үҫеш тарихы тураһында әҙәбиәт тәҡдим ителә. Китапханасылар тәҡдим ителгән китаптар, йондоҙло күк картаһы буйынса Ғаләмдең ҡоролошо һәм Ер планетаһының беренсе космонавы Юрий Гагарин тураһында һөйләйәсәк.
09.04.2024
Объявление
 
Хөрмәтле уҡыусылар! 
"Ураҙа байрам"ы бәйле, китапхана 9 апрель сәғәт 17:00 тиклем эшләй. 
10 апрель - ял көнө, 11 апрель - эш көнө. 
Администрация
09.04.2024
Ураҙа байрамын
Рамаҙан– ул 12 айҙың солтаны, тиҙәр. Был изге айҙа Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримде индергән. Ураҙа ғибәҙәте – ул Аллаһ Тәғәләнең бер ай дауамы Рамаҙан мәҙрәсәһе. “Рамаҙан айында иһә әҙәм балалары күңелендә миһырбанлыҡ көсәйә, бере-береһенең күңелен аңлай башлай. Етемдәрҙе хәстәрләү, мохтаждарға ярҙам итергә апшҡыныу, фытыр саҙаҡаһы, зәҡәт биреү, күңел йылыһы өләшеү, йылмайыу, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылыу–быларҙың барыһының да нигеҙендә рамаҙандың изге хикмәттәре ята,– ти Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Хәҙер инде изге Рамаҙан айының иң күркәм көндәренең береһе– Ураҙа байрамы етте.
 
04.04.2024
Внимание конкурс!

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы үҙенең ҡулланыусылары араһында «Иң ижади уҡыусы ғаилә» фотоконкурсын иғлан итә!
Фотоконкурсты үткәреүҙең маҡсаты - ғаиләлә уҡыуҙы дәртләндереү, әҙәбиәткә иғтибар йәлеп итеү һәм китапханаларға ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау һәм бергә уҡыу менән бәйле онотолмаҫ хәтирәләр булдырыу мөһим аспект булып тора. Мәҫәлән, бөтә ғаилә ағзалары бергә фотосессияға йыйыла ала, унда улар китап донъяһына мауығып сума, тәьҫораттары менән уртаҡлаша йәки әҫәрҙең сюжеты тураһында фекер алыша. Фотография төшөрөүгә ижади ҡараш, шулай уҡ композицияның ижадилығын һәм үҙенсәлеген баһалау мотлаҡ шарт булып тора. 

02.04.2024
Волонтеры в библиотеке
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан  республика махсус китапханаһына "Табип волонтерҙар" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте волонтерҙары ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған волонтерҙар Ирина Миронова һәм Гөлсибәр Ҡансурина @gkanchurina махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында һуҡыр ҡулланыусылар өсөн «Бельские просторы» тыуған яҡты өйрәнеү журналынан нәфис әҫәрҙәр тауышландырҙы.
01.04.2024
Конкурс «Прикосновение к Уфе»
Күреү һәләте боҙолған һәм һаулығы сикләнгән кешеләр өсөн иң яҡшы бәләкәй формалы скульптуралар эшләүгә «Өфөгә ҡағылыу» конкурсын махсус китапхана ойоштора. 
Конкурс Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында уҙғарыла.
Мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 273-29-54.
Конкурс күреү һәләте боҙолған һәм башҡа һаулыҡ сикләүҙәре булған кешеләр өсөн бәләкәй формалы скульптуралар эшләү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.