Бала саҡ дуҫы С. Маршак

Добрый друг детства – Самуил Маршак
3 ноябрь балалар яҙыусыһы Самуил Маршактың тыуған көнө. Ул шағир, тәржемәсе генә түгел, “Детгиз”ды булдырыуҙа ла ҡатнаша. Балалар әҙәбиәте өсөн бик күпте эшләй. Уның ижады балаларҙың тәрбиәһенә, шәхес булып үҫеүенә көслө йоғонто яһай.
Шағирҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы сара 28-се коррекцион мәктәп-интернатында үтте. Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларға “Яратҡан геройҙарҙың эҙе буйлап” уйын-квест үткәрҙе.
Командалар азарт хистәр менән яратҡан әҫәрҙәр буйлап сәйәхәт итте. Шиғырҙарҙа улар рифма табырға тырышты, үҙҙәре лә рифма ҡуйып ҡараны.
Уйында, әлбиттә, дуҫлыҡ еңде.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.