"Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инвалид балалар араһында Республика конкурсы


14 ноябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инвалид балалар араһында үткән Республика ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Конкурстың төп маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа китап уҡыуға мохтажлыҡ формалаштырыу.
Конкурс өс номинацияла уҙғарылды:
- "Минең Мостай Кәрим" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәре тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа һәм прозала) яҙыу;
- "Мостайҙың тере һүҙе" номинацияһында мультимедиялы продукт: буктрейлерҙар, конкурс темаһы буйынса төрлө форматтарҙағы презентациялар яһау;
- "Мостайға тылсымлы юл" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәрен ҡулланып, тактиль китаптар эшләү.
Конкурста республикабыҙҙың 40-тан ашыу ҡала һәм райондарынан 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклем 150-нән ашыу бала ҡатнашты. Конкурсҡа видео һәм презентация форматында 70 эш, 50 инша, эссе, шиғырҙар, 20 тактиль китаптар тәҡдим ителде.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында РБ-ның мәҙәниәт министрлығы, республиканың министерстволар һәм идаралыҡтар вәкилдәре, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре, билдәле педагогика һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Сара 12:00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса үтә.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.