Белорет ҡалаһында тифлосессия

Тифлосессия в городе Белорецк
Сентябрь башында махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһына “Муниципаль китапханаларҙың һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнеше” тифлосессияһы менән барып ҡайтты.
Махсус китапхана директоры Ирина Күсәрбаева үҙенең “Һаулығы сикле граждандарҙың тейешле мәғлүмәт алыу хоҡуғы” докладында төп рәсми халыҡ-ара һәм Рәсәй документтары менән таныштырып үтте, һаулығы сиклеләр менән ниндәй эштәр алып барырға кәрәк икәнлекте һыҙыҡ өҫтөнә ҡуйҙы.
Шулай уҡ, инновацион методика бүлеге етәксеһе И. М. Борисевич яңы технологиялар тураһында һөйләһә, “Нур” балалар ял итеү үҙәге етәксеһе Т. С. Резяпкина тактиль китаптар менән таныштырҙы.
Тифлосессияны “Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильм ҡарау менән ябып ҡуйҙылар. Был фильмды Андроидтарҙа ла “Тифлокомментатор” приложенияһы аша ҡарап була. Был яңы технология “Вос-фильм” проектының инновацион методикаһы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.