2022 йылда Рәсәй бөйөк тарихи ваҡиғаны - 1812 йылғы Ватан һуғышында рус армияһының еңеүенә 210 йыллыҡты билдәләй. Был һуғышта Рәсәй халҡы бөйөклөгөн дәлилләй.
14 сентябрь махсус китапханала интеграцияланған дәрес үтте. Китапханаға ҡунаҡҡа 28-се Өфө коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары килде.
Балалар һуғыш ваҡиғалары, полководецтар һәм алыш геройҙары менән танышты. Шулай уҡ, китапханасы башҡорт хәрбиҙәренең индергән өлөшө тураһында һөйләне. Уҡыусылар легендар хәрбиҙәр тураһында дидактик материалдар менән танышты.