Бүләккә китаптар

Книги в дар.
“Алтын кәштә” проектын ғәмәлгә ашырыу проекты рамкаһында Башҡортостан китапханалар ассоциацияһы махсус китапханаға китаптар бүләк итте. Улар иҫәбендә рус һәм Рәсәй классиктарының, балалар өсөн әҫәрҙәр бар. Сит телдәрҙән башҡорт теленә тәржемә ителгәндәр ҙә, туған телдәге авторҙарҙың ижад емештәре лә ингән. Башҡортсаға тәржемә ителгәндәр араһында Джек Лондондың “Ата-бабалар тауышы”, Герберт Уэллстың “Күҙгә күренмәҫ кеше”,
“Донъялар һуғышы” һ.б. билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәре бар.
Проект рамкаһында махсус китапхана 200-гә яҡын китап ҡабул итте.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.