Был китаптарҙы ҡул менән  уҡыйҙар. 

Эти книги читают руками
"Башҡорт орнаменты" тактиль китабын презентациялау маҡсаты менән, махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре Нәзилә Дәүләтханова һәм Татьяна Резяпкина Өфө коррекцион интернат-мәктәбенә барҙылар. 

"Башҡорт орнаменты" уҡыусыларҙа үҙенсәлекле тәҫьорат ҡалдырҙы. Китап эсендәге ҡайһы бер элементтар махсус кеҫәләр эсенә йәшерелгәйне, ҡайһылары кнопка менән беркетелде, ә ҡайһылары былай йәбештереп ҡуйылды. Уларҙы урындан урынға шылдырып, балалар сикһеҙ ҡыуанды. Шулай уҡ, улар үҙҙәре лә орнамент эшләп ҡаранылар. 
Ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар баланың психик яҡтан үҫешенә ярҙам итә. Фекер йөрөтөүҙе, телмәрҙе үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта. 
Китапты ҡарау ваҡытында, балалар орнаменттың төп элементтары тураһында белде, Брайль шрифы менән баҫтырылған тексты уҡынылар, ҡабарынҡы фигураларҙы өйрәнделәр, аудиостикерҙарҙы тыңланылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.