Филиалдарҙан яңылыҡтар

Вести из филиалов.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй коррекцион мәктәптең 2-3 класс уҡыусыларын "Халыҡ сәнғәте музейы"на экскурсияға алып барҙылар. Бында балалар Бәләбәй районына ҡағылышы булған бөйөк кешеләрҙең: В. И. Чапаев, Д. А. Фурманов һәм башҡа шәхестәрҙең тормош һәм ижад юлы менән таныштылар.
Артабан "Ҡышҡы урман" тигән темаға гуашь менән һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс булды.
Халыҡ ара һуҡырҙар көнө рамкаһында Бәләбәй филиалында китап уҡыусылар һәм врач-терапевт Гөлнур Ғәлимова менән әңгәмә үтте. Ҡатнашыусылар һуҡырҙар көнөнөң килеп сығыу тарихы тураһында тыңланылар.
 
Брайль системаһы буйынса иң яҡшы уҡыусы

Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә махсус китапхананың Белорет филиалы "Брайль системаһы буйынса иң яҡшы уҡыусы" конкурсының һөҙөмтәләрен билдәләне.
Конкурста бөтәһе 17 кеше ҡатнашты. Билдәле бер ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар әҫәрҙән өҙөк уҡырға тейеш ине. Шулай итеп, 1-се урын - Аҡсарина Нәфисәгә (Белорет ҡалаһы), 2-се - Асадуллина Альбинаға(Учалы ҡалаһы), 3-сө Фәттәхов Наилға (Белорет ҡалаһы) бирелде.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.