“Халҡының бөйөк улы” портрет күргәҙмәһе
17 июнь махсус китапханала “Башҡортостан республика шағирҙары әҫәрҙәрендә” саралар циклы рамкаһында, С. Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу айҡанлы, “Халҡының бөйөк улы” портрет күргәҙмәһе үткәрелде.
Китап уҡыусылар Салауат тураһындағы әҫәрҙәр менән танышты,сара барышында Салауаттың шиғырҙары яңғыраны. Сара аҙағында ҡатнашыусылар “Салауат Юлаев” тифлокомментарийлы фильмын ҡаранылар.