Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә

К Международному дню слепых
Был тарихтың дәүере XVIII быуатҡа ҡайтып ҡала. 1784 йылда билдәле педагог Валентин Гаюи, үҙенең аҡсаһына, Парижда һуҡыр балалар өсөн тәүге мәктәп аса.
Валентин Гаюиның эшмәкәрлеге Рәсәй империяһының иғтибарына килеп эләгә. Рәсәй императоры Александр I 1803 йылда Петербургта тома һуҡыр һәм ярым һуҡырҙарҙы уҡытыуын һорап, уға тәҡдим хаты ебәрә. Гаюи был тәҡдимде 1806 йылда ҡабул итә һәм Петербургта мәктәп аса.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Гаюиҙың бөйөк иҫтәлегенә бағышлап, уның тыуған көнөндә, йәғни, 13 ноябрьҙә, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөн үткәрергә ҡарар ҡабул ҡыла.
Ошо көн уңайынан һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Адмирал” тифлокомментарийлы фильмын ҡарау булды.
Был фильм осраҡлы рәүештә генә һайланмы. Үткән аҙнала ғына Октябрь революцияһы 100 йыллығын билдәләне.
Фильмдағы ваҡиғалар барышы 1916-1920 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы – Рәсәй империяһының ҡолатылыуын, Февраль һәм Октябрь революцияларын, Граждандар һуғышын - һүрәтләй.
Фильмдың нигеҙендә Александр Колчактың тормошонан алынған ысынбарлыҡ факттар ята. Ул империяның һуңғы алышсыһы ине.
Ошо уҡ ваҡытта, махсус китапхананың Белорет филиалында “Брайль буйынса иң яҡшы китап уҡыусы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Анна Перк еңеүсе тип табылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.