Халыҡ-ара туған тел көнө

В Международный день родного языка
Халыҡ-ара туған тел көнөндә махсус китапханала Брайль буйынса шиғырҙар уҡыу конкурсы үтте. Иң яҡшы шиғыр уҡыусылар итеп Роза Таһирова, Олег Бугров, Зарема Сөләймәнова, Римма Хөсәйенова, Венера Шәйгәрҙәнова һәм Ринат Сөләймәнов билдәләнде.

Тарихҡа килгәндә, был көн 2000 йылдың 21 февраленән алып билдәләнә. Дата Бангладештағы ваҡиғалар иҫтәлегенә арнап һайланды. 1952 йылдың 21 февралендә туған телен яҡлап демонстрацияға сыҡҡан студенттар полиция пуляһынан һәләк була.
Һәр халыҡ - ҡабатланмаҫ мәҙәниәт, тарих, йолалар, йәшәү рәүеше. Һәм, әлбиттә, тел. Тел базаһын һаҡлау - иң мөһим мәсьәлә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.