Иғлан

Объявление

Башҡортостан республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы

М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы

01.06.2020 сыҡҡан 158-се бойороҡҡа ярашлы "Мәҙәниәт ойошмаларының эш режимы яңыртылыуы тураһында

"Юғары әҙерлек" режимынан сығыу башланды.

М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы һәм уның Стәрлетамаҡ филиалы 2020 йылдың 1 июненән ҡулланыусылары өсөн эш башланы. Белорет һәм Бәләбәй филиалдары ваҡытлыса ябыҡ. Сөнки уларҙың айырым инеү урыны юҡ.

Китаптар ҡабул итеү һәм биреү буйынса стационар хеҙмәтләндереү башланды.

Ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү битлек һәм бирсәткәлә, температура контролен иҫәптә тотоп, 1,5 метр алыҫлыҡта һәм башҡа санитар-эпидемиологик тәртип режимдарында ғына башҡарыла.

Махсус форматтағы китаптарҙы йортҡа тиклем еткереү эше лә дауам итә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.