"Ҡатын-ҡыҙ портреты: Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова" әсбабының презентацияһы

Презентация пособия «Женский портрет: Рашида Искандаровна Султанова»
Бөгөн Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн режимда "Ҡатын-ҡыҙ портреты: Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова" әсбабының презентацияһы үтте. Ул РБ ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкиле Рәшиҙә апай Солтанованың 75 йыллыҡ юбилейына арналды. 
Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы - Башҡортостанда иң билдәле ҡатын-ҡыҙ. Ул кеше хоҡуғы һәм ҡиммәттәре, ғүмере һәм һаулығы һағында тора. Һәм уларҙы парламент трибунаһынан йәки һайлаусылар менән осрашыу барышында ғына һаҡлап ҡалмай. 
Быйыл Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре, Башҡортостан республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе Рәшиҙә Солтанова юбилейын билдәләй. Был әсбапты ошо ваҡиға айҡанлы сығарабыҙ. 
Китапта юбилярҙың биографияһы, тормошонан ҡыҙыҡлы факттар, эшмәкәрлегенең төп мәлдәре, шулай уҡ "Башҡортостан республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы" региональ хәрәкәте тураһында һөйләнелә. 
Әсбап яҫы баҫмалы текстан тыш, ҡабарынҡы -нөктәле Брайль шрифы менән дә бирелде. 
Ял ойоштороу бүлеге мөдире Ләйсән Мөғинова ҡунаҡтарға Рәшиҙә апайҙың тормош юлы һәм йәмғиәт хеҙмәте тураһында һөйләне. Бөгөнгө презентация өсөн Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы видеомөрәжәғәт яҙҙырҙы. 
Видеотрансляция Вконтакте селтәрендә

Видеотрансляция ВКонтакте

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.