28,29,30,1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы бәйле китапханала ял көндәре.
2 май - эш көнө.
22 апрель халыҡ-ара ярҙамсы эттәр көнө. Ошо дата айҡанлы махсус китапханала "Аҡтырнаҡ" оҙатыусы эттәр клубы дуҫтарын йыйҙы.
Ярҙамсы эттәр - һуҡырҙарҙың алыштырғыһыҙ дуҫы. Эҫелә лә, һыуыҡта ла дүрт аяҡлы дуҫтар хужаһының һәр аҙымын күҙәтә.
Сара бер-нисә майҙансыҡтарҙа уҙҙы: баш махсус китапханала, Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарҙа. Китапханасылар төрлө халыҡтарҙың ғаилә йолалары тураһында һөйләне.
Тантаналы асыуҙан һуң, ҡунаҡтар китапхана фойеһындағы экспозиция менән таныша алды. М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы "Екатерина Нестерова" тактиль картинаһын һәм ҡала мөхите, музей бинаһы макеттарын тәҡдим итте. Бында уҡ республика Хәрби дан музейының башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең экспозицияһы ҡуйылды.