Корбан ғәйетен ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, хәрмәтле уҡыусыларыбыҙ!

Корбан ғәйетен  ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, хәрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”,–тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере илә эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Бигерәк тә арабыҙҙа йәшәгән мөмкинселектәре сикләнгәндәргә, тома һуҡырҙарға ҡарата мәрхәмәтлерәк булайыҡ, улар ҙә ошо гүзәл донъяның матурлығына ҡыуанып, күңел тыныслығы мөнән мул донъяла үҙ яҙмыштарынан ниндәйҙер шатлыҡтар табып ғүмер итһендәр. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс булһын. Ҡорбан ғәйете мөбәрәк килһен, артабанғы байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ. Амин!
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.