"Ҡышҡы әкиәттәр" викторинаһы
Махсус китапхананың ижади лабораторияһында "Ҡышҡы әкиәттәр" күргәҙмә-викторина ойошторолдо.
Викторина һорауҙарында рус һәм башҡорт, тыуған һәм сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре ҡулланылды: Н. В. Гоголь "Раштыуа алдынан төн", В. Г. Сутеев "Шыршы", Э. Т. А. Гофман "Щелкунчик һәм сысҡандар батшаһы", М. Кәрим "Ҡыш бабай бәләкәй саҡта" һәм башҡалар.
Интерактив формала китапханасылар әҫәрҙәрҙең төп геройҙарын хәтерләргә, викторина һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итәсәктәр.