Махсус китапханала Бөтә донъя тыныслыҡ көнө.

2017 йылдың 6 сентябрендә махсус китапхананың “Нур” балалар үҙәгендә “Һеҙ һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә” тыныслыҡ дәресе үтте. Сарала 126-сы мәктәптең 7а синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Иң тәүҙә балаларға китапхана буйлап экскурсия үткәрҙеләр. Бында балалар китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, һуҡырҙар өсөн китаптар менән таныштылар.
2005 йылдан алып 1 сентябрь официаль рәүештә Белем көнө һәм Бөтә донъя тыныслыҡ көнө тип билдәләнде. Әммә был көн һәр саҡ тыныс булмаған. 2004 йылдың 1 сентябрендә Осетиялағы Беслан ҡалаһында булған фажиғә бөтә донъяны тетрәтте. Террористар мәктәп уҡыусыларын ҡулға алып, икмәк-һыуһыҙ өс көн тотто. 3 сентябрь спорт залында шартлау ишетелде. Террористар ҡасып барған балаларға автоматтан ут астылар. 300-ҙән ашыу кеше һәләк булды. Шуларҙың 200-ҙән ашыуы балалар ине. Күптәр яраланды, ғаиләләре менән һәләк булдылар. Ошо хәл-ваҡиғалар бөтә донъя йөрәгенә уңалмаҫлыҡ яра һалды. 3 сентябрь был көн иҫтәлекле дата тип һанала.
Махсус китапхана уҡыусылары был көндө бер минут тыныслыҡ менән иҫкә алдылар. Сара “Бесландағы фажиғә” һәм “Тыныслыҡ дәресе” презентациялары менән тамамланды.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.