Милли кейем - быуаттар мираҫы

9 сентябрь Башҡортостан республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Был байрам тағы ла йолаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә әйләнеп ҡайтырға ярҙам итә. Байрам республикала ике тапҡыр үткәрелә - апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Милли кейем - быуаттар мираҫы" фольклор флешмобы ойошторолдо. Сарала китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ҡулланыусылары ҡатнашты. 
Видеороликты https://vk.com/id205296142?w=wall205296142_3526%2Fall һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.

https://vk.com/id205296142?w=wall205296142_3526%2Fall

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.