Өфө библиоэңерҙәре 2018

Уфимские библиосумерки 2018
21 апрель һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йыл һайын үткәрелгән “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында сираттағы “Өфө библиоэңерҙәре” үткәреләсәк .
Быйылғы тема – “Китап тылсымы”. “Библиотөн-2018” акцияһын РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” йола һәм мираҫ Рәсәй мәҙәниәт порталы ойоштора.
Махсус китапханала йылдағыса бер-нисә майҙан эшләйәсәк.
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондынан килтерелгән А. Э. Тюлькиндың күргәҙмәһе башҡорт еренең гүзәллеге тураһында һөйләйәсәк. Тағы ла тыуған еребеҙҙең байлығын, матурлығын, тарихын халыҡҡа еткереүҙә беҙҙең дуҫтарыбыҙ, партнерҙарыбыҙ – Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Республика Хәрби дан музейы ярҙам итәсәк.
Иң кескәйҙәр өсөн фойела, ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар күргәҙмәһе булдырыласаҡ.
Павильондарҙа ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, әҙәби һәм интеллектуаль уйындар,һәүәҫкәр артистарҙан торған театр, викторина, квест, китап күргәҙмәләре, танылған яҙыусылар, артистар, рәссамдар менән осрашыу көтәсәк.
Айырым иғтибар бөйөк рус яҙыусыһы, драматургы, шағиры, публицисы, тәржемәсеһе, ғөмүмән, классигы – Иван Тургеневҡа биреләсәк.
Майҙандарҙың береһендә Брайль китабының һәм башҡорт Брайль шрифтының килеп сығыу тарихы менән таныштырасаҡтар. Теләүселәр “Өфө библиоэңерҙәре көндәлеге”н булдырыуҙа ҡатнаша ала.
Һәр ҡунаҡ“Автограф” әҙәби бүлмәһендә яҙыусы, журналист, “Урам балалары” китабының авторы Айгиз Баймөхәмәтов менән осраша ала.
Акция бүләкләү тантанаһы һәм Мәҙәниәт йорто артистарының концерты менән тамамланасаҡ.
Сара программаһы 17:00 сәғәттә башлана.
Проезд всеми видами транспорта до остановки «Витаминный завод».

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.