По гранту Главы Республики Башкортостан

По гранту Главы Республики Башкортостан
3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Тыуған ерҙең күп тауышы: һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәрендә мультителле аудиокитаптар" проектын презентациялай. Проект Башҡортостан республикаһы башлығы грантына иреште.Проекттың төп идеяһы: һуҡыр һәм насар күреүсе ҡулланыусыларҙы Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәни байлыҡтарын үҙ эсенә туплаған мәғлүмәт менән тәьмин итеү.
Рәсәй халҡы төрлө этник төркөмдәргә ҡарай, төрлө диндәр тота, әммә был уларға татыу йәшәргә ҡамасауламай. Бер милләттең мәҙәниәте күршеләш йәшәгән икенсе милләткә йоғонто яһай, уны тулыландыра, байыта.
Һуҡырҙар өсөн китапхана һаулығы сикле ҡулланыусылар өсөн кәрәкле мәғлүмәт алыуҙа ярҙам итеүсе, яраҡлаштырылған башҡорт әҙәбиәтен баҫтырыуҙа лидер, һәм, әлбиттә, китап яратыусылар өсөн мәҙәни ял урыны ла булып тора. Китапхана башҡорт телендә аудиокитаптар тауышландыра, Брайль шрифты менән китаптар баҫтыра. Әйткәндәй, тик махсус китапханала ғына һуҡырҙар өсөн махсус форматтарҙа башҡорт телендә төрлө әҙәбиәт баҫыла.
Был проектты тормошҡа ашырыу барышында, республикала йәшәгән төп этник төркөмдәр: төрки төркөмдәр - татарҙар, сыуаштар; славян төркөмдәре - украиндар, белорустар; фин-уғыр төркөмдәре - марийҙар, мордва, удмурттар; балтик төркөм - латыштар тураһында ҡабарынҡы график әсбаптар баҫтырылды. Шулай уҡ, башҡа китапханалар өсөн дә РБ халҡы телдәрендә аудиокитаптар алынды.
Был проект күреү һәләтенән яҙған кешене ҡәҙимге донъяға тағы ла нығыраҡ яҡынайтырға ярҙам итә.
Проекттың презентацияһында ҡабарынҡы график һүрәттәр менән бирелгән бөтә баҫмалар ҙа, "һөйләй торған" аудиокитаптар йыйынтыҡтары ла тәҡдим ителәсәк. Улар, үҙ сиратында, республикаһының 8 база китапханаларына һәм филиалдарға тапшыраласаҡ.
Начало презентации в 11 часов по адресу: Уфа, Кирова, 47. Проезд до остановки транспорта «Витаминный завод».

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.