Победители Республиканского конкурса

Победители Республиканского конкурса
Бөгөн, 13 ноябрь, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә махсус китапханала инвалид-балалар араһында үткән “Талантлыбыҙ бергәләп” республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәләттәрен асыуҙы, китап уҡыуҙы әүҙемләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.
Конкурс өс номинацияла тәҡдим ителде һәм түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип билдәләнде:
  • “Аҡыл баҫҡыстары” номинацияһында 1-се урын – Миронова Анна-Виктория Валерий ҡыҙына (12 йәш, Мәләүез районы); 2-се урын – Ғәлинуров Булат Фәнис улына (10 йәш, Туймазы районы); 3-сө урын – Ишаафи Башир Имадиддин улына (7 йәш, Өфө ҡалаһы) эләкте.
  • “Бар ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ” номинацияһында 1-се урынға Фәттәхов Родион Эдуард улы (13 йәш, Өфө ҡалаһы); 2-се урынға Андрюшина Есения Николай ҡыҙы (7 йәш, Салауат ҡалаһы); 3-сө урынға Фәттәхова Аделия Ирек ҡыҙы (9 йәш, Краснокама районы) лайыҡ булдылар.
  • “Ғаилә һандығы” номинацияһында 1-се урынды Сальников Алексей Андрей улы (10 йәш, Өфө ҡалаһы); 2-се урынды Гаврилов Максим Владимир улы (12 йәш, Бөрө районы); 3-сө урынды Бәхтигәрәев Тимур Радик улы (13 йәш, Учалы районы) алды.
Конкурста республикабыҙҙың 39 районынан дөйөм белем биреү һәм коррекцион мәктәптәренән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 97 бала ҡатнашты.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2019 йылға анонс яһаны. Киләһе йыл уҙасаҡ был конкурс М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға бағышлана һәм “Башҡортостан! Яҙмышымдың яҡты нуры!” тип аталасаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.