Республика көнөнә...

Ко Дню Республики
10 октябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында республика көнөнә бағышланған сара үтте. Ул илебеҙҙең гимны менән башланып китте.
Китапхана уҡыусылары араһында, тыуған еребеҙ тураһында, шиғырҙар конкурсы үткәрелде. Улар араһынан өс еңеүсе билдәләнде һәм уларға махсус бүләктәр тапшырылды.
Викторина барышында, ҡатнашыусылар үҙҙәренең республикабыҙҙы ниндәй кимәлдә белеүҙәрен күрһәтте.
Сарала, шулай уҡ, Роман Пожидаевтың “Япраҡ” фильмы күрһәтелде. Тифлокомментарийҙар беҙҙең китапханала яҙҙырылған.
Сара йыр-шиғырҙар менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.