Республика семинары үтте

Прошел Республиканский семинар
24 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн режимда Республика семинары үтте. 
Семинарҙы ойоштороусылар РБ-ның мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана. 
Тәүге сәләмләү һүҙен РБ мәҙәниәт министрлығы министры Әминә Шафиҡова алды. Ул үҙенең инвалидтар менән эшләүҙә белгестәрҙең оҫталығына өмөт итеүен белдерҙе. 
Ғилми нигеҙләнеүҙәрҙе һәм практик аспекттарҙы махсус китапхана директоры Айгөл Әминева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның махсус педагогика һәм психология кафедраһы мөдире Елена Мостаева, Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәп директор урынбаҫары Гүзәл Мырҙагилдина килтерҙеләр. 
Төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан йыйылған спикерҙар үҙҙәренең профессиональ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 
Республика ғилми-практик семинарында 48 райондан һәм 8 ҡаланан 406 кеше ҡатнашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.