22 август, Рәсәй флагы көнөндә, махсус китапхананың “Нур” балалар үҙәгендә насар күреүсе балалар өсөн осрашыу үтте. Сара барышында белгестәр төрлө викториналар, уйындар, конкурстар уҙғарҙы. Был кисәнең маҡсаты – балаларға Рәсәй флагы тураһында мәғлүмәт биреү, патриотик рух тәрбиәләү. Тағы ла сарала Рәсәй гимны яңғыраны.
“Мин – патриот” уйынында балалар үҙҙәренең етеҙлеген, сослоғон күрһәтә алды.
Программа “Минең флагым” ижади эш менән тамамланды.