Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу.

Встреча читателей с Тансулпан Гариповой
26 сентябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында прозаик, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Яҙыусылар Союзы ағзаһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үткәреләсәк. Сара, яҙыусының 75 йыллыҡ юбилейына бағышлана.
Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Уның “Ҡыр сейәһе” тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1978 йылда, “Китап” нәшриәте тарафынан баҫтырыла. Һуңынан, бер-бер артлы “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш – бер бөтөн” хикәйәләр һәм повестар туплаған ике китабы донъя күрә.
Ете йыл тирәһе яҙыусы “Бөйрәкәй” романы өҫтөндә эшләй. Һуңынан был роман, халыҡ һөйөүен тиҙ яулап, пенталогияға әйләнә. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, яҡты ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. 2004 йылда был роман “Йыл романы” исеменә лайыҡ була. 2006 йылда авторына Салауат Юлаев дәүләт премияһы алып килә.
Һуңғы йылдарҙа Таңсулпан Ғарипова, әүҙем рәүештә, драматургия өлкәһендә ижад итә. Уның “Аҡ тирәк”, “Төштәге йыр”, “Ямғыр көткәндә” пьесалары сәхнәләрҙә уйнала. “Йәйге таш” киноповесы буйынса “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” тулы метражлы фильмы төшөрөлә. Был фильм Мәскәүҙә уҙғарылған Халыҡ-ара кинофестивалдә “Алтын фил” премияһын ала.
Осрашыу Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса, 14:00 сәғ. башлана.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.