Тауыш биреү: һорауҙарҙа һәм яуаптарҙа

Голосование в вопросах и ответах
2018 йылдағы Рәсәй президентын һайлау ваҡытында, һәр кем, теркәлеү урыны башҡа ерҙә булыуға ҡарамаҫтан, теләгән ерендә тауыш бирә ала.
Бының өсөн түбәндәгеләрҙе эшләү мотлаҡ:
Урындағы һайлау пунктына алдан ғариза бирергә кәрәк. Уны шәхсән йәки онлайн башҡарырға була:
“Госуслуги” онлайн порталында, йәки йәшәгән урын буйынса тәғәйенләнгән һайлау пунктына үҙең барырға;
Теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияларында;
Теләһә ниндәй участоктағы һайлау комиссияларында;
Күп функциялы үҙәктәрҙә.
Ғаризалар ҡабул итеү 2018 йылдың 31 ғинуарынан алып 12 мартына тиклем дауам итә.
Әгәр ҙә һеҙ, инвалид, өйҙән сыға алыу мөмкинлеге юҡ икән, социаль хеҙмәткәргә әйтеү мөмкинлеге бар, йәки һайлау комиссияларына хат ебәрә алаһығыҙ. Һайлау көнөндә комиссия ағзалары һеҙҙең йортоғоҙға киләсәк.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.