“Урал батыр” проекты тураһында

О проекте "Урал-батыр"
Һуҡырҙарға аңлайышлы форматта башҡарылған башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” проекты милли эштәр буйынса Федераль агентлыҡтың “Асҡыслы һүҙ” премияһы “Иң яҡшы баҫма проект” номинацияһына эйә булды.
Проекттың етәксеһе: махсус китапхананың тифлобаҫма бүлеге мөдире Дәүләтханова Нәзилә Мазһар ҡыҙы.
Проект һуҡырҙар төшөнөрлөк бөтә форматтарҙа ла баҫтырылды:
- Ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты буйынса;
- Криптоһаҡлағыслы флешкарталарҙа аудивариантта;
- Ҡабарынҡы-график һүрәттәрҙә.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дизайнер-рәссамдар, дикторҙар йәлеп ителде. “Урал батыр” йәмғиәти яҡтан да мөһим ролгә эйә. Китаптарҙы әҙерләгәндә беҙ М. Аҡмулла ис. БДПУ-ның художество-графика факультеты студенттарына, волонтерҙарға мөрәжәғәт иттек. Тышлауҙы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте үҙ иңенә алды. Проект махсус китапхананың һәм филиалдарҙың сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төп маҡсаты –
башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” мәҙәни мираҫы аша башҡорт теленең күп яҡлылығын күреү һәләтенән яҙғандарға еткереү. Рәсәйҙә тик башҡорт махсус китапханаһы ғына башҡорт телендә Брайль шрифты буйынса китаптарҙы, башҡорт телендә аудиокитаптар сығара.
Бөгөнгө көндә күреү һәләтенән яҙған 4940 кеше махсус китапхананың китап уҡыусылар исемлегендә бар. Йыл башынан алып, “Урал батыр”ҙы 1148 кеше уҡыны.
Эпос аҙ тираждарҙа баҫтырылды. Ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән эпос ике китапта тәҡдим ителә, уға ҡушып ҡабарынҡы графика менән яһалған һүрәттәрҙән торған альбом һәм рус һәм башҡорт телдәрендә тауышландырылған аудивариант.
Баҫма Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәп-интернатына тапшырылды. Китапты “Башҡортостан мәҙәниәте” дәрестәрендә ҡулланалар.
Проект мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып күреү һәләтенән яҙғандар өсөн йүнәлтелде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.