Ураҙа байрамы

С праздником Ураза-байрам!
Изге Ураҙа байрамы республикабыҙҙың бөтә милләт халҡын да берләштерә. Тыныслыҡ яратыу, түҙемле, йомарт булыу, бер-береңде хөрмәт итә белеү – мосолмандарҙың борон-борондан килгән сифаттары. Бындай характер һыҙаттары һәр ваҡыт бер-береңде аңлай белеүгә, килешеп йәшәүгә алып килә.
Рәсәй халҡы ниндәй милләттән, диндән булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп илебеҙҙе төҙөгән, йәмғиәтебеҙҙең материаль һәм рухи байлығына нигеҙ һалған, дошмандарға ҡаршы торған.
Быуаттар буйына һалынған ғөрөф-ғәҙәттәр, Рәсәйебеҙ һәм уның күп милләтле халҡы ғорурланған бай рухи һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙың айырылмаҫ өлөшөнә әүерелде.
Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ, дуҫтар!
Ысын күңелдән һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Изге айҙа йыйған игелектәрегеҙ һеҙҙең менән мәңгелеккә ҡалһын! Һеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға именлек һәм уңыштар теләйбеҙ!
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.