Воркшоп эшләй башланы 

Воркшоп в действии

"Смарт-Тау" төбәк-ара йәштәр белем биреү форумы конкурсы гранты һөҙөмтәләре буйынса https://vk.com/molodez102 24 проект тормошҡа ашырылыу өсөн 50, 30, 20 мең һум аҡса алды. Беҙҙең китапхананан 1 урынды Нәзилә Дәүләтханова яуланы. 
Проектты тормошҡа ашырыу 2022 йылдың сентябрендә башланды. Проекттың һөҙөмтәһе - 10 дана ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар яһау. Был эшкә, шулай уҡ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ  студенттары йәлеп ителде. 
19 сентябрь воркшоп-студияла тактиль китаптар яһау буйынса тәүге дәрестәр үтте. Китапхана хеҙмәткәре Татьяна Резяпкина ҡатнашыусыларға инструктаж үткәрҙе. Был эш барышы тулыһынса тифлопедагог тарафынан тикшерелеп барасаҡ.

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.