Яҙыусы Светлана Чураева менән онлайн осрашыу

Махсус китапханала "Илһам" клубы рамкаһында шағир, публицист, драматург, тәржемәсе Светлана Чураева менән онлайн осрашыу үтте.

Махсус китапханала "Илһам" клубы рамкаһында шағир, публицист, драматург, тәржемәсе Светлана Чураева менән онлайн осрашыу үтте.
Светлана Рөстәм ҡыҙы 1970 йылдың 13 июнендә Новосибирск ҡалаһында тыуған. Урта белемде Өфө ҡалаһының 91-се гимназияһында ала. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Фәрит Иҙрисов менән берлектә Башҡортостан гимнының рус тексы авторы. Бөгөнгө көндә ул "Бельские просторы" журналының төп мөхәрирр урынбаҫары.
Әҙибә менән осрашыу тура эфирҙа онлайн-интервью форматында үтте. Светлана һорауҙарға яуап бирҙе һәм үҙенең әҫәрҙәрен уҡыны. Осрашыу трансляцияһының яҙмаһын https://www.instagram.com/tv/CBkq-vii9sX... һылтанмаһы буйынса ҡарай алаһығыҙ.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.