Жюль Верндан сәйәхәт

Путешествие от Жюля Верна
 
Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре 28-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Жюль Верндың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Быйыл бөйөк яҙыусының тыуыуына 190 йыл тула.
Балалар менән бергә яҙыусы әҫәрҙәре буйлап ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡылынды.
Жюль Верн күп сәйәхәт иткән шәхес. Шуға күрә лә уның әҫәрҙәре ғилем, фекер үҫеше романтикаһы менән һуғарылған. Бөтә донъяла уны фантастика жанрына нигеҙ һалыусы итеп беләләр.
Әҙиптең ижад юлы 60 йыл дауам итә. Ошо арала ул ниндәй генә асыштар яһамай ҙа, ниндәй генә бөйөк әҫәрҙәр яҙмай: “Ҡәҙимгесә булмаған сәйәхәт”, “Йәшел нур”, “Йөҙөүсе ҡала”, Ҡара Һиндостан” һ.б.
1905 йылдың 24 мартында яҙыусы йән бирә.
“Жюль Верн утрауы” квест-уйыны төрлө йомаҡтарҙан һәм мәсьәләләрҙән башланып китте. Балалар әҙипте ни тиклем яҡын белеүҙәрен күрһәтте. Ике командаға бүленеп диңгеҙ буйлап сәйәхәткә сыҡтылар. Серле утрауҙарҙа уларға төрлө йәнлектәр, ҡоштар осраны, боронғо ҡәбиләләр менән таныштылар.
Сара “Ун бишенсе капитан”, “Капитан Гранттың балалары” буктрейлерҙары менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.