Новости

17.06.2021
Объявление
Тажлы вирус сығыу сәбәпле индерелгән сикләүҙәргә бәйле, китапхана ҡулланыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн маска режимын тотоу мотлаҡ. 
21 июндән китапханаға инеү тик шылтыратыу буйынса ғына.
16.06.2021
Салавату Юлаеву посвящается
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Башҡорт халҡының батыр улы" поэтик турниры үтте. 
Китапханасылар Салауат Юлаевтың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙылар, рус һәм башҡорт телдәрендә шағирҙың "Уралым", "Тыуған яҡ", "Алыш", "Егеткә", "Уҡ" шиғырҙарын уҡынылар.
15.06.2021
Книжная выставка «Как трудно жить по совести...»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы рус яҙыусыһы Виктор Платон улы Некрасовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен ойошторҙо. 
Виктор Некрасов 1911 йылдың 4 июнендә Киевта тыуған. 
1917-1918 йылдарҙа Хорошилов исемендәге коммерция училищеһында белем ала. 1930-1936 йй. Киев төҙөлөш институтында архитектура факультетында уҡый. 
Билдәле әҫәрҙәре: "Сталинград окоптарында", "Тыуған ҡалала", "Кира Георгий ҡыҙы" һ. б.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.