Новости

13.04.2021
Придворный поставщик императора Наполеона и корзина для фруктов
Мәскәү Кремле музейының онлайн-лекцияһы. Осрашыу Наполеон Бонапарттың төп ювелиры Мартин-Гийом Бьеннға бағышлана. Был норман крәҫтиәне баш әйләнгес карьера яһай: ябай тимерсенән императорҙың иң баш ювелирына әйләнә. 
Тыңлаусылар парад ҡоралдары, ҡиммәтле һауыт-һабалар тураһында беләсәк. 
Онлайн-осрашыу аҙағында көмөштән эшләнгән емеш-еләк өсөн кәрзин менән танышасаҡ. 
Артабан:
12.04.2021
Познавательный час ко Дню космонавтики
Махсус китапханала, Космонавтика көнөнә бағышлап, "Ер планетаһының йондоҙло улы" белем сәғәтен үткәрҙеләр. Сарала Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, Айҙың 3D тактиль макеты, ракеталар һәм скафандр менән танышты. 
Сара аҙағында йәнһүрәт ҡарау булды.
12.04.2021
Книжная выставка «Первый космонавт Земли».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары иғтибарына "Ерҙең тәүге космонавы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Юрий Алексей улы Гагарин 1934 йылдың 9 мартында Смоленск өлкәһе хәҙерге Гагарин районы Клушино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1949 йылда Люберцы ҡалаһындағы 10-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Саратов аэроклубында шөғөлләнә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.