Китапхана хеҙмәткәрҙәре антиковид үҙәктәрендә медиктарға халыҡ менән эшләүҙә ярҙам итәләр.
Фирҙәүес Фәсхетдинова билдәләүенсә, медицина күрһәткестәре буйынса операторҙарға эксперттар ярҙам итә. Бындай ваҡытта шулай уҡ кешеләргә психолог ярҙамы ла бик кәрәк.
Фирҙәүес Фәсхетдинова билдәләүенсә, медицина күрһәткестәре буйынса операторҙарға эксперттар ярҙам итә. Бындай ваҡытта шулай уҡ кешеләргә психолог ярҙамы ла бик кәрәк.
20.11.2020
Махсус китапхана абонементы ҡунаҡтары һәм ҡулланыусылары иғтибарына Константин Симоновтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Константин (Кирилл) Михаил улы Симонов рус совет прозаигы, шағир, драматург, киносценарист. Йәмғиәт эшмәкәре, журналист, хәрби корреспондент. Социалистик Хеҙмәт геройы. Ленин һәм алты Сталин премиялары лауреаты.

19.11.2020
18 ноябрь махсус китапханала онлайн режимда "Башҡорт халҡының күңеле: һуҡырҙар өсөн халыҡ музыка ҡоралдары" күп форматлы әсбаптың презентацияһы үтте.
Презентация барышында ҡунаҡтар ҡурай, ҡумыҙ һәм ҡыл-ҡумыҙ менән таныштылар. Әсбап шулай уҡ махсус китапхананың филиалдарына, Нефтекама, Октябрьск, Салауат, Туймазы, Күмертау ҡалаларындағы муниципаль тифлоүҙәктәргә бүләк ителәсәк.