Новости

10.09.2020
Блиц – турнир «Мы помним, мы гордимся»
Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусылары өсөн асыҡ һауала "Беҙ хәтерләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ" блиц-турнирын үткәрҙе. Бының өсөн улар Еңеүҙең 50 йыллығы скверына барҙылар. 9 майҙа был скверҙа 50 шыршы ултыртыла, ә тағы ла ун йылдан был урында һәйкәл-стелла барлыҡҡа килә.  Ул архитекторҙар Александр һәм Анатолий Курочкиндарҙың проекты буйынса эшләнә. Сквер буйлап ҡабарынҡы ҙур форматтарҙа эшләнгән орден һәм миҙалдар тәҡдим ителгән Хәтер аллеяһы һуҙыла. 
10.09.2020
Фольклорные посиделки «От истории костюма к истории народа»
11 сентябрь республикала милли кейем көнө билдәләнә. Махсус китапханала ошо уңайҙан "Кейем тарихынан халыҡ тарихына" фольклор ултырышы үткәрелә. Был көндө беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Башҡортостан территорияһында йәшәгән төрлө милләт халҡының кейемдәре һәм йолалары менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрә милли кейем кейеп төшкән фотолары менән бүлешә аласаҡ. Был флешмоб  #национальныйкостюм_брсбс хештегы аҫтында үтә. Ҡатын-ҡыҙ биҙәүсе түшелдерек эшләү буйынса мастер-класс үтәсәк.
10.09.2020
История и традиции кавказской кухни
Осетин бәлешен нисек дөрөҫ бешерергә? Төньяҡ Кавказда ниндәй тәмләткесте яраталар? Бойҙайҙан нисек десерт әҙерләргә? Кавказ халҡының традицион аш-һыу рецептары киләһе һылтанма буйынса: https://www.culture.ru/materials/254984/istoriya-i-tradicii-kavkazskoi-k...

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.