Новости

08.07.2020
К Всероссийскому дню семьи, любви и верности
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлап, Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге махсус китапханала онлайн режимда "Атай, әсәй һәм мин - ныҡ татыу ғаилә" девизы аҫтында ғаилә уҡыуҙары үтте. 
Онлайн осрашыу барышында ата-әсәләр балаларына уҡыған китаптар тураһында һөйләнеләр. Балалар каникулды нисек үткәреүҙәре, уйнаған уйындары, яратҡан әҫәрҙәре менән уртаҡлаштылар. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
06.07.2020
Книжная выставка "Писатель страны детства".
Махсус китапхана абонементы яҙыусы Лев Кассилдең тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Кассиль Лев Абрам улы совет яҙыусыһы, сценарист, АПН Ссср-ҙың корреспондент ағзаһы, Сталин премияһының өсөнсө дәрәжә лауреаты.
1905 йылдың 27 июнендә әлеге Саратов өлкәһе Энгельс ҡалаһында тыуған. Атаһы врач, әсәһе музыка уҡытыусыһы.
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған баҫмалар тәҡдим ителә.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

02.07.2020
Изданы воспоминания читателей специальной библиотеки о Великой Отечественной войне.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә "Мин иҫләйем. Мин беләм" аудиопроекты сыҡты. Ул бер-нисә өлөштән тора. Проект Башҡортостанда тыуған кешеләрҙең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә бағышлана. 
Шестова Анна Федор ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышының башы тураһында бәйән итә. Дымова Лидия Алексей ҡыҙы һуғыш йылдарына тура килгән бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша. Тылдағы батырлыҡтар тураһында Резник Татьяна Яков ҡыҙы, Курбешова Наталья Иван ҡыҙы, Алексеева Тамара Петр ҡыҙы һөйләйҙәр.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.