Новости

14.02.2019
К Международному дню дарения книг
2012 йылдан башлап, һәр йыл 14 февраль – китап бирешеү көнө тип иҫәпләнә. Китап бирешеү көнө АҠШтағы балалар өсөн китаптар сайтын төҙөүсе Эмми Бродмур тарафынан уйлап сығарылған көн. Эмми – өс бала әсәһе. Бер көн улы уға ниңә китап бирешеү көнө юҡ икән тигән һорау бирә. Шунан алып, Эмми бар булған бәйләнештәрен күтәреп, 14 февраль – китап бирешеү көнө тип билдәләүгә өлгәшә.
13.02.2019
Книжная выставка «Великий русский баснописец», посвященная 250-летию со дня рождения И.А. Крылова
И. А. Крыловтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Бөйөк рус мәҫәл яҙыусыһы” китап күргәҙмәһе. 13 фвераль, И. А. Крыловтың тыуған көнөндә, бөтә Рәсәйҙә #МойКрылов акцияһы үтә. Иван Крылов 1769 йылда Мәскәүҙә донъяға килә.
Пугачев яуҙарынан һуң, ғаиләһе менән Тверь ҡалаһына күсеп киләләр. 1784 йылда тәүге тапҡыр ҡәләмен һынап ҡарай. Ул ваҡытта Иван “Кофейница”
опера либреттоһын яҙа. Артабан “Клеопатра”,
“Филомела” трагедиялары ижад ителә. 1787-1788 йылдарҙа “Проказник” комедияһын яҙа. Был әҫәрендә ул билдәле драматург Яков Княжиндан
әсе көлә. Артабан сатирик таланты үҫә бара. Шуның араһында “Тамашасы” журналы “Мәскәү журналы”ның иң көслө оппонентына әйләнә. Махсус китапхана абонементы И. А. Крыловтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Бөйөк рус мәҫәл яҙыусыһы” китап күргәҙмәһен ойошторҙо. Унда китапхана фондында булған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә:
#МойКрылов #МойКрылов
12.02.2019
Виртуальная книжная выставка «Сияй всегда, Башкортостан!».
Хөрмәтле китап уҡыусылар! Йөҙ йыл элек, 1919 йылдың 23 мартында, тәүге тапҡыр автономиялы республикабыҙ барлыҡҡа килә.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы - Рәсәй Федерацияһы составындағы сәскә атыусы дәүләт. Республиканың төҙөүселектә, мәғариф өлкәһендә, ауыл хужалығында, мәҙәниәттә алған алдынғылыҡтары менән киң билдәле.
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.