2018 йылдың 13 ноябрендә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инвалид балалар араһында үткәрелгән “Талантлыбыҙ бергәләп” Республика ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Конкурстың төп маҡсаты – һаулығы сикле балаларҙы китап мөхитенә яҡынлаштырыу, уҡыуға ихтыяж көсөн үҫтереү.
Конкурс өс номинацияла үткәрелде:
-“Аҡыл баҫҡыстары” номинацияһы ғаиләлә яратып уҡылған китап тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғыр йәки проза формаһында) тәҡдим итте;
-“Бар ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ” номинацияһына мультимедиялы продукт - буктрейлерҙар (ниндәйҙер китап тураһында һөйләгән, ҙур булмаған видеороликтар), презентациялар әҙерләү ҡаралды;
-“Ғаилә һандығы” номинацияһында ғаилә менән уҡыу өсөн, ҡулдан башҡарылған тактиль китаптар эшләү бирелде.
Конкурста республикабыҙҙың 39 ҡала һәм райондарынан килгән 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге тормошҡа яраҡлығы сикле 97 бала ҡатнашты.
Тантана 12 сәғәттә башлана.
Сара Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса уҙғарыла. Транспорт туҡталышы: “Витамин заводы”.