Студенты в библиотеке

Эшлекле хеҙмәттәшлек өлкәһендә студенттар араһында конкурентлы профессиональ кадрҙар әҙерләү һәм оптималь шарттар булдырыу буйынса Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында танышыу экскурсияһы менән Башҡорт дәүләт университеты студенттары булып китте.
Экскурсия барышында студенттар махсус китапхана һәм уның бүлектәренең эштәре менән танышып китте. Мәҫәлән, махсус Брайль шрифты һәм рельеф-график пособиеһы менән китап сығарыу процессын ҡаранылар. Тағын да тауыш яҙыу студияһында башҡортса һәм русса һөйләй торған китаптар яҙылыш процессында ҡатнаштылар.
Студенттар иғтибарына Мәҙәниәт йылына арналған китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде.
Айырым урынды тифлокинояҙма студенттарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Улар китапхана белгестәре ярҙамында яҙылған Ранняя оттепель киноһын ҡарап үтелләр.
Был экскурсияны китапхана администрацияһы һәм Башҡорт дәүләт университеты философия һәм социология кафедраһы медицина фәндәре докторы, профессор Гүзәл Мирғәсим ҡыҙы Хәсәнова үткәрҙеләр.
 

2 апреля - Всемирный день информирования об аутизме.

Берләшкән дәүләттәр ойошмаһының генераль Ассамблеяһы үҙенең резолюцияһы менән 2 апрель көнөн Бөтә донъя Аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө тип иғлан итте.
Һуҡырҙар өсөн Башкортостан республикаһы махсус китапханаһы бөтә төрлө категориялы инвалидттары өсөн региональ методик үҙәк булараҡ ошо көнгә арналған киңәйтелгән укытыу-методикаһы әҙәбиәте экспозицияһы асылды. Был экспозиция төрлө белгестәр һәм китап уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә.
 

У. Шекспирҙың әҫәрҙәренең китап күргәҙмәһе.

2014 йылдың 1 апреленән  Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында инглиз шағиры һәм драматургы Уильям Шекспирҙың тыуыуына 450 йыл тулыуына арналған «Бөтә дәүер генийы» тигән темаға китап күргәҙмәһе асыла.
Китапханала Уильям Шекспирҙың әҫәрҙәре насар күреүселәр һәм һуҡыр кешеләр  өсөн төрлө форматта бар.
Уильям Шекспир 1564 йылдың 26 апрелендә Англияның Стратфорд ҡалаһында тыуған.
Шекспирҙың күпселек әҫәрҙәре 1589 -1613 йылдар дәүерендә яҙылған. Үҙенең ижады аҙағында бер нисә трагикомедия яҙған, тағы ла башҡа яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек иткән.
Шекспирҙың әҙәби мираҫы ике бер тигеҙ булмаған өлөшкә бүленә: шиғыр менән яҙылған әҫәр(поэмалар һәм сонеттар) һәм драма әҫәрҙәр. Белинский В. Г. «Шекспирға тәүәккәлләп кешелек донъяһындағы шағирҙарҙан өҫтөнлөк бирһәк - бигерәк ҡыйыу һәм сәйер булыр ине»- тип яҙған.
 

Юлдаш радиоһында һуҡырҙар махсус китапханаһы.

Юлдаш радиоһындағы «Донъя матурлығы» тигән тапшырыуҙа Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһының директоры Айгөл Әминева китапхананың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Башҡортостан - Ҡаҙағстан видеоконференцияһы.

27 мартта Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «Өмөт ҡанаттары» видео-конференцияһы - Өфө һәм Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһының махсус китапханаһының уҡыусылары араһында  үтте.
Осрашыуҙа ике махсус китапхананың уҡыусылары он-лайн режимында - хәҙерге заман йәмғиәтендә инвалидтарға ижтимағи ярҙам күрһәтеү, күреү һәләттәре сикләнгән кешеләрҙең ижади идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге һәм бөтәһе лә файҙалана алған мәғлүмәт алыу мөмкинлеген ойоштороу тураһында фекер алыштылар һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Видео-конференцияның аҙағында әңгәмәнең ҡатнашыусылары бер береһенә музыкаль бүләк күрһәттеләр.
 
 

Мәҙәниәт йылында мәҙәниәт диалогы. Башҡортостан - Ҡаҙағстан видеоконференцияһы.

27 мартта сәғәт 15.00 Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «Өмөт ҡанаттары » тигән темаға Башҡортостан Республикаһының һәм Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһының махсус китапханаһының уҡыусылары араһында видеоконференция  үтәсәк.
Ҡаҙағстан һәм беҙҙең республикабыҙ халыҡ ара ТЮРКСОЙ ойошмаһы сигендә төрки мәҙәниәттең һәм сәнғәт уҫешенә булышлыҡ итә.
Бөгөн республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан 300 яҡын студент белем ала.
2015 йылда беҙҙең республикабыҙ Ҡаҙағстандан ҙур һәм абруйлы делегация көтә, ошо ваҡытта Өфөлә Шанхай ойошма хеҙмәттәшлеге һәм БРИКС хөкүмәте Совет башлыҡтарының ултырышы үтәсәк.
Осрашыу һорау-яуап рәүешендә үтәсәк. БРОВОИ-ның председателе Олег Львович Ротовтың, БРООС-тың председателе Юрий Николаевич Акшенцовтың ҡатнашыуы планлаштырылған.
Хәҙерге заман йәмғиәтендә инвалидтарға ижтимағи ярҙам күрһәтеү буйынса актуаль булған һорауҙарҙы ҡарау ниәтләнә.
 

Рәсәй китапханалары араһында видео-баҫма.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы бөгөн 26 мартта «Махсус китапханаларҙың мәҙәни байлыҡты һаҡлауҙағы роле һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеп тәьмин итеү» темалы видео-баҫмала ҡатнашты. Ул йыйылма план буйынса профессиональ сара нигеҙендә Ростов өлкәһенең Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһың электрон уҡыу залында үтте.
Астрахань, Владимир, Орлов, Ростов өлкәләренең, Краснодар крайы һәм Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй дәүләт махсус китапханаларының хеҙмәткрҙәре сығыш яһаны.
Пантелеева Вера Николаевна «Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана – ул һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн Башҡортостан халҡының мәҙәниәттен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге булып тора» тигән доклад менән сығыш яһаны.
Видео-баҫма эшләү һөҙөмтәһе буйынса мәғлүмәттәр йыйынтығы, актуаль һорауҙар буйынса методик рекомендациялар баҫылып сығасаҡ.
 

Рәмилә Сәлимгәрәева менән осрашыу.

Бөгөн, 25 мартта һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында М.Кәрим исемендәге милли  йәштәр театры Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәеваның ижад кисәһе үтте.  Актриса Әнисә Таһированың «Ҡашҡарҙың өс көнө» тигән әҫәрен һөйләне, уның сығышын Шәүрә Сәғиттованың музыкаһы оҙатып барҙы. Рәмилә Миниғәле ҡыҙы сығыштан һуң уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
 
Фото размещены в разделе Фотогалерея.
 

Роман Сайфуллин. Графика күргәҙмәһе.

20 мартта һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында  рәссам  Роман Сайфуллиндың күргәҙмәһе асыла.
Уның эштәренә сағыу төҫтәр түгел, ә бер төрлөлөк хас. Картиналарҙың төп мотивы булып кеше темаһы тора.
Ҡала натюрморттар серияһында көндәлек тормоштоң гармонияһын һәм талғын тотороҡлолоғон сағылдырған. 
Роман Сайфуллиндың эштәре сит илдәрҙә, бөтәрәссәй  һәм региональ күргәҙмәләрҙә күрһәтелгән. Уның картиналары Ҡаҙан  ҡалаһындағы А.Н. Мәзитов исемендәге музейҙа, Томск өлкә художестволы музейында, БР милли музейында һәм тағы ла Рәсәйҙә, Турцияла шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмә китапхананың эш графигы буйынса эшләй.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Кирова, 47 һанлы йорт, “Витамин заводы” туҡталышы.
 
 
 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.