Махсус китапхананың хеҙмәтләндереү бүлегендә "Һуҡырҙар өсөн китаптарҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: Брайль шрифлы ҡулъяҙманан алып флешкарталарҙағы "һөйләй торған" китаптарға тиклем" күргәҙмә-инсталяцияһы асылды. 

Күргәҙмә һуҡырҙар өсөн китаптарҙың бөтә алыҫ юлын аса: тәүге ҡағыҙҙағы яҙмалар, үҙ эсенә киң донъяны һыйҙырған кескәй флешкарталар. 
Элек-электән кешеләр донъяға яраҡлашыу ысулдарын эҙләгән. 14 йәшендә һуҡыр ҡалған Луи Брайль һуҡырҙар өсөн алты нөктәгә нигеҙләнгән алфавит уйлап таба. Ул әлеге мәлдә лә бөтә донъяла һуҡырҙар тарафынан уңышлы ҡулланыла. Брайль шрифы менән яҙыуҙа грифель һәм рамка ҡулланыла. 
Күреү һәләтенән яҙыусылар мәғлүмәтте тауыш һәм тотоп ҡарау ярҙамында ала. Яҡындағы кешеләр һуҡырҙарға эргәлә барған ваҡиғаларҙы һөйләп аңлата барған. Шулай итеп тифлокомментарийлау барлыҡҡа килгән. Һуҡырҙарға икенселәр тауыштан китап уҡығандар. Ошолар тауышлы "һөйләй торған китаптар" нигеҙенә ингән дә инде. Грампластинкаларға музыкаль әҫәрҙәр, китаптар, дәрестәр, әкиәттәр яҙҙырылған. Тора бара уларҙы магнитофон алыштыра. Ә хәҙерге заманда китаптар кескәй флешкарталарҙа йөрөй. 
Күргәҙмәлә уникаль һәм эксклюзив әйберҙәр - грифель, Брайль буйынса әсбаптар, төрлө техника, ҙур раритет магнитофон Эльфа һ. б. тәҡдим ителә.
Нет аудиозаголовка!!!
Башҡорт теле көнөндә махсус китапханала, 14 декабрь, "Ата-бабам теле һүнмәҫкә тейеш" фольклор сара үтәсәк. Был көн бик үҙенсәлекле. Сөнки был көндә шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. 
Махсус китапхананың Бәйләнештә https://clck.ru/375ufr социаль селтәре сараның трансляцияһын алып барасаҡ. Тамашасылар Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныша аласаҡ, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының шиғырҙарын ишетәсәк. 
Сара ҡунаҡтарға башҡорт теле байлығын күрергә, иҫ киткес мираҫына төшөнөргә мөмкинлек бирәсәк. 
Сара 15.00 сәғәттә башлана.
Бөгөн махсус китапханала "Иҫләй йөрәк, онотмай һис тә" хәтер сәғәте үтте. 
"Обелиск" эҙләү отряды командиры Елена Вязовцева урман техникумы студенттарына һуғышта ҡатнашыусылар, юғалтыуҙар, ҡоралланыуҙар тураһында һөйләне. 
Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән тактиль экспонаттарҙа, һуғыш урындарынан табылған артефакттарҙа Совет иле өсөн ҡанлы алыштарҙың ысын тарихы сағыла. Елена Вязовцева осрашыуҙа ҡатнашыусыларға ҡыҙылармеецтарҙың документтарын, мина, граната өлөштәрен, ҡорал деталдәрен, хәрбиҙәрҙең каскаларын, фронт гәзиттәренең фотокүсермәләрен күрһәтте.
Махсус китапхана абонементы "Ватанымды һәм шиғриәтте ныҡ яраттым" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә рус шағиры, лирик, тәржемәсе, дипломат, чиновник Федор Тютчевтың тыуыуына 220 йыл тулыуға арнала. 
Федор Тютчев 1803 йылдың 5 декабрендә әлеге Брянск өлкәһендә тыуған. Ул билдәле боронғо рус дворян ғаиләһенән. Шағирҙың атаһы Иван Тютчев Кремлдә хеҙмәт иткән, ғүмере аҙағында "Кремль төҙөү экспедицияһын" етәкләй. Федор Тютчевтың әсәһе Екатерина Толстая бик аҡыллы фекер йөрөтөүсе ҡатын булараҡ билдәле. 

Тютчевтар бик татыу йәшәйҙәр. Ата-әсә балаларына өйҙә яҡшы белем бирергә тырыша: рус һәм француз телдәрен, музыка өйрәтәләр. 1812 йылда Фёдорға Семен Раич исемле уҡытыусыны яллайҙар. Ул боронғо грек, латынь, итальян телдәре белгесе була. Уның ярҙамында буласаҡ шағир антик әҙәбиәтте өйрәнә. Тап Раичҡа Фёдор Тютчев тәүге шиғырҙарын бағышлай. 
Буласаҡ шағир күп китап уҡыуҙан тыш, тарих һәм сәнғәт менән дә ҡыҙыҡһына. Уның яратҡан китаптары араһына Державиндың, Жуковскийҙың, Ломоносовтың йыйынтыҡтары һәм Карамзиндың "Рәсәй дәүләте тарихы" китабы инә. 1816 йылдан ул Мәскәү университетына лекцияларға йөрөй. Шағирҙың тәүге шиғырҙары 14 йәшендә баҫыла башлай. 
Күргәҙмәлә махсус китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә. 
Ҙурайтылған шрифты баҫмалар:

Тютчев, Фёдор Иванович.

Стихотворения [Текст] / Ф. И. Тютчев .— М. : Логос ВОС, 2011 .— 303 с .— (Издание для слабовидящих) .— Перепеч.: М.: Правда, 1983 .— ISBN 978-5-419-00362-0 (217,25) .

«Говорящие» книги на электронных носителях:

Тютчев, Ф.Ф.

КТО ПРАВ?; БЕГЛЕЦ : Романы / ; Читает Е. Терновский .— М., 1996 .— 6 мфк. (23 ч. 4 м. 30 с.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: ПРАВДА, 1990.

Фет, А.А.

Стихотворения [Электронный ресурс] / А.А.Фет; Ф.И. Тютчев ; В. Куприрянов; Ю. Григорьев .— М. : ООО " Библиофоника ", 2006 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 8 ч 19 м. - Формат МР3 .— (Русская классическая поэзия) .

Тютчев, Ф.

Беглец [Электронный ресурс] : роман / Ф. Тютчев .— М. : Логосвос, 2014 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 5. — ISBN 978-5-419-01290-5.
Тютчев, Ф.

Кто прав? [Электронный ресурс] : роман / Ф. Тютчев .— М. : Логосвос, 2014 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 5. — ISBN 978-5-419-01290-5.

Тютчев, Ф.

Избранные произведения [Звукозапись] / Фёдор Тютчев ; чит. Ю. Рудник .— М. : Логосвос, 2017 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С жесткого диска № 8.
Тютчев, Ф.

О время, погоди! [Звукозапись] / Ф. Тютчев ; чит. М. Казаков .— Уфа : БРСБС, 2019 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С изд. : С файла жесткого диска БРСБС.
Тютчев, Ф. 

Нам не дано предугадать. [ Звукозапись] : стихотворения / Ф. Тютчев ; чит. В. Самойлов .— М. : Треола, 2019 .— 1 фк. ( 29 ч 25 мин) .— С изд.: Запись с ориг. ООО "Треола", 2019.

В одной обложке с: Отцы и дети; Ася [звукозапись] : романы / И. С. Тургенев ; чит. Л. Пилькевич., Первая любовь [звукозапись] : роман / И. С. Тургенев ; чит. В. Максимов., Рассказы и повести [звукозапись] / И. С. Тургенев ; чит. О. Исаев., Месяц в деревне [звукозапись] : пьеса / И. С. Тургенев ; чит. артисты театра.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

Тютчев, Ф. И. .

Стихотворения ; Письма [Текст] / Ф. И. Тютчев .— М. : Правда, 1986 .— 544 с.

 

 

3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Генераль Ассамблея бөтә дәүләттәрҙе һәм халыҡ-ара ойошмаларҙы был көндө билдәләүҙә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Һуңыраҡ, ошо уҡ сессияла, Генераль Ассамблея ООН дәүләт ағзаларын саралар ойошторорға саҡырҙы. 
Махсус китапханала даими уҡыусылар, дуҫтар йыйылды. Китапханасылар был датаның барлыҡҡа килеү тарихы һәм мәғәнәһе тураһында һөйләне. "Атайсал" мәҙәни үҙәк артистары, әүҙем уҡыусыларыбыҙ башҡарыуында рус, башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар  һәм шиғырҙар яңғыраны.
 
Бөгөнгө көндә компьютер менән эш итә белеү бик мөһим. Сөнки компьютер ярҙамында беҙ медицина хеҙмәтләндереүҙәре менән ҡулланабыҙ, Дәүләт хеҙмәттәре сайтына инәбеҙ, йәиһә социаль селтәрҙәрҙә дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ. 
Компьютерҙы белеү мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тормошҡа яңы мәғәнә өҫтәү ысулы. Компьютер һуҡырҙарҙы реабилитациялау буйынса иң яҡшы ысул. Әммә бик әҙ процент һуҡырҙар ғына компьютер менән эш итә белә. Һуҡырҙар өсөн махсус компьютер программа барлығы тураһында күптәр белмәй. 
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ошо мәғлүмәтте таратыу маҡсатынан сығып, компьютер грамоталығына өйрәнеү буйынса курстар аса. Проект китапханала 2007 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 200 кешенән ашыу дәрестәр алды. Курс етәксеһе, мәғлүмәти технологиялар бүлеге белгесе Бәҙретдинов Фәнүр Инсафетдин улы компьютер буйынса белем алыуҙың кәрәклегенә баҫым яһай. Йыл эсендә Фәнүр Инсафетдин улы махсус китапханала 40 һәм өйгә йөрөп 45 дәрес үткәрҙе. Ҡулланыусылар һорауы буйынса дәрестәргә GPS навигацияһын өйрәнеү индерелде. 
Дәрестәргә алдан яҙылыу мотлаҡ. Тел: +7 347 272 70 14

 

Бөгөн, 29 ноябрь, махсус китапханала Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған "Донъялар сатында" проектына йомғаҡ яһалды. 
Грант республиканың һуҡыр һәм насар күргән уҡыусыларына тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарын тәьмин итеү һәм күреү һәләте ныҡ боҙолған кешеләрҙең мәҙәни-тарихи  белемен киңәйтеү өсөн әҙерләнгән. Яҙыусы Йәүҙәт Ильясовтың һуҡыр уҡыусылар өсөн ижадын презентациялау һәм Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар грант буйынса һуңғы йомғаҡ булып тора. 

Йәүҙәт Ильясов - Башҡортостанда тыуған, оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәүсе, Урта Азияның боронғо һәм урта быуаттар тарихы темаһын яҡтыртҡан күп әҫәрҙәр авторы. Ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып повестар һәм романдар, театр сценарийҙары, шиғырҙар, мәҡәләләр һәм башҡорт, татар, үзбәк, рус телдәрендә тәржемәләр тора. 
Осрашыу Өфө, Ташкент, Мәскәү, Стерлитамак, Белорет, Бәләбәй ҡалаларын бәйләгән телекүпер аша барҙы. Етенсе саҡырылыш Башҡортостан республика Ҡоролтай дәүләт йыйылышы депутаты, "Шоңҡар" республика журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов яҙыусы ижадын бөтә ҡатлам халыҡтар өсөн дә популярлаштырыу актуаллеге тураһында әйтеп үтте. Ике республика халыҡтары араһында дуҫлыҡ ептәрен һуҙыуҙа индергән өлөшө өсөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 
Яуап һүҙҙә Үзбәкстан яҙыусылар союзы Рус әҙәбиәте советы председателе урынбаҫары Галина Долгая осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, ижади хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. 
Тура бәйләнеш режимында яҙыусының балалары - Йәндәр һәм Илона аталары тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты. 
Ҡунаҡтар "Йәүҙәт Ильясов. Марстан килгән кеше" тифлокомментарийлы документаль фильмынан өҙөк менән танышты. 
Грант аҡсаһына нәшер ителгән "Ҡара тол ҡатын" китабы Үзбәкстандың һуҡыр уҡыусыларына, Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәп-интернатына, махсус китапхана филиалдарына бүләк ителәсәк. 
Нәзилә Дәүләтханова, махсус китапхананың фондтарҙы үҫтереү һәм каталоглаштырыу бүлеге мөдире: Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы оҙаҡ йылдар дауамында Брайль шрифында тыуған яҡты өйрәнеү йөкмәткеле китаптар нәшер итә. Махсус китапхана үҙенең нәшриәт эшмәкәрлеген йылдан-йыл киңәйтә. Китапхана эсендә тормошҡа ашырылған бөтә нәшриәт проекттары белемде үҫтереүгә, милли телгә, фольклорға, башҡорт йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ тойғоһо формалаштыра. Һуңғы йылдарҙа китапхана кәштәләрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль шрифлы китаптар барлыҡҡа килде. Мостай Кәрим, Наил Ғәйетбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаев кеүек билдәле башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль шрифында нәшер ителде. 
Махсус китапхана проекты арҡаһында Йәүҙәт Ильясовтың ижады һуҡырҙар өсөн дә асыҡ буласаҡ. 

 

 

29 ноябрь махсус китапханала Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған "Донъялар сатында" проектының презентацияһы үтәсәк. 
Грант республиканың һуҡыр һәм насар күргән уҡыусыларына тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарын тәьмин итеү һәм күреү һәләте ныҡ боҙолған кешеләрҙең мәҙәни-тарихи  белемен киңәйтеү өсөн әҙерләнгән. Яҙыусы Йәүҙәт Ильясовтың һуҡыр уҡыусылар өсөн ижадын презентациялау һәм Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар грант буйынса һуңғы йомғаҡ булып тора. 

Проектты тормошҡа ашырыу барышында Йәүҙәт Ильясовтың Брайль шрифы менән "Ҡара тол ҡатын" китабы 5 данала 4 китапта нәшер ителде. Рәсәйҙә, Үзбәкстанда, Башҡортостанда был һуҡыр уҡыусылар өсөн берҙән-бер уникаль баҫма. Махсус китапхананың тифлокомментаторы "Йәүҙәт Ильясов. Марстан килгән кеше" документаль фильмына тифлокомментарийҙар яһаны. 
Китапханала, уның филиалдарында һәм Башҡортостан Республика тифлоүҙәктәрендә презентацияны телекүпер ысулы менән үткәреү күҙ уңында тотола. Ошо уҡ телекүпер республика уҡыусыларын Үзбәкстан уҡыусыларын һәм яҙыусының ижадын һөйөүселәр менән бәйләйәсәк. Осрашыуҙа яҙыусының балалары - улы Йәнһәр һәм ҡыҙы Илона, шулай уҡ, документаль фильмды тыуҙырыусы Фәтхуллин Алиаскар Зиннәт улы ҡатнашасаҡ. 
«Ҡара тол ҡатын" китабының бер экземпляры Үзбәкстандың һуҡыр уҡыусыларына, тағы бер экземпляры 28-се коррекцион мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренә бүләк ителәсәк. 
Йәүҙәт Ильясов - Башҡортостанда тыуған, оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәүсе, Урта Азияның боронғо һәм урта быуаттар тарихы темаһын яҡтыртҡан күп әҫәрҙәр авторы. Ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып повестар һәм романдар, театр сценарийҙары, шиғырҙар, мәҡәләләр һәм башҡорт, татар, үзбәк, рус телдәрендә тәржемәләр тора. 
Йәүҙәт Ильясовтың ижады һәм тормошо, грант эшенең һөҙөмтәләре тураһында әңгәмә 29 ноябрь 15:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса буласаҡ.

21 ноябрь, махсус китапханала, "Илһам" клубы сиктәрендә "Степан Злобиндың тормошо" тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте. Сара рус совет яҙыусыһы, шағир, педагог, Сталин премияһы лауреаты Степан Злобиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. 
Степан Злобиндың тормошо һәм ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйле. Тап ул беренселәрҙән булып роман жанрында Салауат Юлаев тураһында китап яҙа. Был роман тәүге һәм иң масштаблы тарихи роман. Башҡорт халыҡ геройының тормошон һәм хәрби юлын тулы итеп тасуирлай. Роман шундуҡ бестселлерға әйләнә һәм күп тапҡыр нәшер ителә. Сит телдәргә тәржемә ителә. Башҡорт телендә ул Рәшит Ниғмәти тәржемәһендә сыға. 
Яҙыусының иң билдәле романдары - "Степан Разин", "Буяндар утрауы", "Салауат Юлаев", "Хәбәрһеҙ юғалғандар" - илебеҙ тарихының ҙур ваҡиғаларына арналған. Степан Павел улы совет әҙәбиәтендә иң төп тарихи прозалар оҫталарының береһе булды. 
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Степан Злобиндың тормошо һәм ижад юлы менән танышты. "Тауыштан уҡыу" режимында "Салауат Юлаев" романынан өҙөк тыңланылар.
Уҡытыусы йылының төп датаһы - Ватан педагогия мәктәбенә нигеҙ һалыусы Константин Ушинскийҙың 200 йыллыҡ юбилейы. Ул 1823 йылдың 3 мартында тыуған. "Туған һүҙ" һәм "Балалар донъяһы" китаптары авторы. Был Рәсәйҙә асыҡ ҡулланыуҙағы балаларға башланғыс белем биреүсе тәүге уҡыу китаптары. Тәбиғәт һәм хайуандар тураһында хикәйәләр һәм әкиәттәр. 
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуына арналған, "Һуҡыр ат" китабы баҫылды. Китап ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән бирелә. 
"Һуҡыр ат" - Константин Ушинскийҙың изгелек һәм яуызлыҡ темаһын яҡтыртыусы хикәйәһе. Балаларҙы рәхмәтле була белергә, изге эштәрҙең ҡәҙерен белергә, изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтарырға өйрәтә. 
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап фондҡа һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.


 


 

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.