Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә

В Международный день слепых
В Международный день слепых
13 ноябрь, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә, "Аҡ таяҡ" айлығы тамамлана. Был көндә китапханала "Донъя беҙгә йөрәк аша күренә" изгелек сәғәте үтте. Китапханасылар 126-сы мәктәп уҡыусыларына был көндөң тарихы тураһында һөйләнеләр. 
1745 йылдың 13 ноябрендә Францияла билдәле педагог, Петербургта һәм Парижда һуҡырҙар өсөн мәктәптәр һәм предприятиеларға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи донъяға килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо көндө һуҡырҙар көнө тип билдәләй. 

Алып барыусылар, шулай уҡ, Брайль шрифы, һуҡырҙар өсөн приборҙар, ҡабарынҡы географик карталар, глобустар һәм китаптар тураһында ла һөйләнеләр. Китапханасыларҙан балалар аҡ таяҡ тарихы тураһында ла белделәр. 
Гомер, Галилео Галилей, Ванга, Диана Гурцкая кеүек мөмкинлектәре сикләнгән бөйөк шәхестәр тураһында ла һүҙ барҙы. 
Һуҡырҙарҙың ярҙамсыһы - оҙатыусы эттәргә лә иғтибар бүленде. Уларҙың төп маҡсаты - һуҡыр һәм насар күреүсе кешеләргә ярҙам итеү. Оҙатыусы эттәргә ябай тоҡомдар бармай. Иң яҡшыһы немец овчаркалары, лабрадорҙар һанала. Әммә башҡа тоҡом эттәрҙе лә дрессировкалау мөмкин. 
Уҡыусыларға һуҡырҙар өсөн махсус китаптар күрһәтелде. Балалар уны хатта уҡып та ҡаранылар. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-график факультеты студенттары балаларға Ван Гогтың "Көнбағыштар" тактиль ҡабарынҡы китабын тәҡдим иттеләр. Картина студенттар ҡулынан башҡарылған.

 

"Милли спорт төрҙәре" әсбабының яңы сығарылышы 

Новый выпуск пособия «Традиционные виды спорта»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана китапхананың тифлобаҫма бүлегендә "Милли спорт төрҙәре" серияһының яңы сығарылышы донъя күрҙе. Әсбап һуҡырҙар өсөн Брайль шрифы һәм насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифта нәшер ителде. Шулай уҡ әсбапта ҡабарынҡы график иллюстрациялар урын алды. 
Халыҡ спорт төрҙәре, милли физик күнекмәләр, сынығыу ысулдары башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙ өлөшө. Бирелгән әсбапта һеҙ бағанаға менеү, ауҙарыш, арҡан тартыу, бысаҡ һелтәү һ. б. кеүек спорт төрҙәре менән таныша алаһығыҙ. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

"Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Легендарная 112-я Башкирская кавдевизия»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ы хакимиәте мөрәжәғәте буйынса барлыҡҡа килә. Республика хужалығынан 13,3 мең ат, фураж, йүгән тапшырыла. Ярайһы уҡ күп командирҙар фронттан, башҡа хәрби биләмәләрҙән саҡыртыла. 1941 й декабрь - 1942 й ғинуар даими полк командирҙары килә: майор Таһир Тайып улы Күсимов, майор Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов, майор Ғариф Дәүләт улы Макаев. 1941 йылдың 25 декабрендә дивизия командиры булып полковник Шайморатов килә. 
1942 йылдың 2 июленән кавалерия дивизияһы Брянск фронтының 3-сө армия хәрби хәрәкәтендә, Сталинград алышында ҡатнаша. 
1942 йылдың декабре - 1943 йылдың ғинуарында 8-се кавалерия корпусы составында дивизия Донецк өлкәһе Чернышковский һәм Морозовск ҡалаларын азат итеүҙә көс һала. 
1943 йыл ошо уҡ составта дошман тылына - Ворошиловград ҡалаһына рейд яһай. 23 февраль рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия командиры М. М. Шайморатов һәләк була. Рейд дауамында дивизия алыш менән 400 км ашыу юл үтә, 3000 дошман һалдаты, 56 танк, 6 самолет, 6000 автомашиналары тар-мар ителә. 2000 тирәһе һалдат һәм офицер ҡулға алына. Ҡаты алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 213 һалдат хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. 
М. М. Шайморатов һәләк булғандан һуң, дивизияны полковник Г. А. Белов етәкләй. 
1943 йылдың көҙөндә дивизия Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша. Бының өсөн дивизия "Черниговская" почетлы исемен ала. 
1943 йыл, ноябрь - Гомель-Речицк операцияһы барышында Белоруссия ауылдарын азат итәләр. 
1945 йыл, 10 февраль - 4 апрель - Көнсығыш Померан операцияһында ҡатнаша. 
1945 йыл, 19 апрель - 5 май - Берлин стратегик операцияһы. II дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. 
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары эсендә дивизия Дондан алып Эльбаға тиклем 4000 км ашыу юл үтә. 15 тапҡыр Үрге баш командующий приказында билдәләнә. Дивизияның 3860 хәрби кешеһе ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шуларҙың 78-е Советтар Союзы геройы һәм бишәүһе Дан ордены кавалеры була. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.

Вахитов, Ф.

Впереди на коне, Шаймуратов генерал [Текст] / Ф.Вахитов // Башкортостан кызы. — 2006 .— №5 .— с.12-15.

Ахмадиев, Т. Х.

Башкирская гвардейская кавалерийская [Текст] / Т. Х. Ахмадиев .— Уфа : Китап, 1999 .— 368 с. : ил. — ISBN 5-295-01973-Х.

Бикмеев, Михаил Ахметович.

Легендарная 16-я (112) гвардейская Башкирская кавалерийская дивизия [Текст] : история создания и боевых действий на фронте /

М. А. Бикмеев .— Уфа : Китап, 2020 .— 224 с .— (75-летию Великой Победы посвящается) .— (12+) .— ISBN 978-5295-

Бикмеев, М. А.

Башкортостан в горниле Великой Отечественной войны1941-1945 годов. Воинские формирования Башкортостана [Текст] / М. А

Бикмеев .— Уфа : Китап, 2020 .— 240 с .— (12+) .— ISBN 978-5-295-07429-5.

Гордость и слава 16-й кавдивизии. — Уфа, 1990.

Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И.

Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.

Хусаинова Г. Т. Башкирские кавалерийские дивизии. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 153. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

 

Республика конкурсына һөҙөмтәләр яһау 

Подведение итогов республиканского конкурса

 2023 йылдың 7 ноябрендә инвалид балалар араһында үткән Республика ижад конкурсының һөҙөмтәләрен яһау буйынса жюри ултырышы үтте. 
К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған "Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре".
Конкурста 70 бала ҡатнашты. Республиканың 28 район һәм ҡалаларынан 66 ижади эш тәҡдим ителде. Жюри ағзалары өс номинация буйынса, иң күп балл йыйған еңеүселәрҙе билдәләне. Церемонии награждения победителей и участников Конкурса 14.11.2023 г.  

 

 

 

Миңлегөл Хисамова менән осрашыу 

"Добрые встречи" с Минигуль Хисамовой
8 ноябрь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында башҡорт шағирәһе Миңлегөл Хисамова менән ижади осрашыу үтәсәк. 
Лирик йырҙар һәм китаптар авторы, РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы эшсеһе, РБ Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова 1948 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килгән. 1972 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ҡыйғы районы, Күмертау һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1972 йыл - "Совет Башҡортостаны" гәзитендә, 1973 йыл - Үрге Ҡыйғы урта мәктәбендә, 1975 йыл - Күмертау ҡалаһының 2-се мәктәп-интернатында, 1983 йыл - Өфө ҡалаһының 8-се балалар йортонда тырышып хеҙмәт итә, 1985-2009 - Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәп-интернатында тәрбиәсе. 
Шағирәнең тәүге "Сейәлек йыры" шиғырҙар йыйынтығы 1992 йылда баҫыла. Шулай уҡ, Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы "Тынлыҡтарҙа ҡалам", "Әсәйем нәҙере", "Һары мәтрүшкә" һ. б. йыйынтыҡтар авторы. Ижадының төп темаһы - тыуған ергә, ата-әсәгә, балаларына һәм ейәндәренә һөйөү. Уның шиғырҙарына күп лирик йырҙар яҙылған. 
Осрашыу барышында китапхана ҡунаҡтары шағирәнең тормошо һәм ижад юлы менән танышасаҡ. Автор һәм кисә ҡунаҡтары башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ, мәктәп-интернат уҡыусылары ла башҡорт телендә шиғырҙар һөйләйәсәк.
Китапхана ҡулланыусылары өсөн махсус китапхана фондынан китаптар тәҡдим ителәсәк. 
Башлана: 15:00 
Адресыбыҙ: Өфө, Киров урамы, 47."Витамин заводы " туҡталышы.
 

Иғлан 

Хөрмәтле уҡыусылар! 
4 ноябрь, Халыҡ-ара берҙәмлек көнө бәйле китапхана 3 ноябрь 17:00 сәғәткә тиклем эшләй. 
4,5,6 ноябрь - ял көндәре. 
7 ноябрь - эш көнө. 
Администрация

Сәнғәт төнө 2023 

Ночь искусств 2023
Ночь искусств 2023
4 ноябрь Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә "Сәнғәт төнө" акцияһы үтәсәк. Был көндә махсус китапхана уҡыусыларын һәм ҡунаҡтарын онлайн режимда "Көлһылыу" фильмын ҡарау көтә. Фильм төп биттә https://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Fbrsbs.ru&post=205296142_4611&cc_... тифлокомментарийҙар менән оҙатылып барасаҡ. 
Надежда Кошеверова һәм Михаил Шапироның "Көлһылыу" фильмы 1974 йылда сыға. Ул Шарль Перро яҙған әкиәтенә юмор һәм ирония өҫтәй. 
Көлһылыу ролен Янина Жеймо, ә принцты Алексей Консовский башҡара. Картинала, шулай уҡ, Фаина Раневская, Василий Меркурьев, Сергей Филиппов һ. б. билдәле артистар төшә. 
2009 йылда таҫма реставрациялана һәм төҫлө булып сыға.

Халыҡ-ара берҙәмлек көнөнә

Ко Дню народного единства
2 ноябрь махсус китапханала "Башҡортостан халыҡтарының рухи мираҫы" тыуған яҡты өйрәнеү панорамаһы үтәсәк. 
Башҡортостан, Рәсәй үҙәгендә урынлашҡан гүзәл төбәк. Ул матур тәбиғәте менән генә түгел, шулай уҡ, бай рухи мираҫы менән дә данлыҡлы. 
Башҡорт халыҡ тарихында легендалар һәм риүәйәттәр үҙенсәлекле урынды биләй. Сөнки халҡыбыҙ тарихы тап уның фольклорында һаҡлана. Эпостар, легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар башҡорт халыҡ тарихын теүәл сағылдыра. Был хикәйәләр быуындан быуынға тапшырылып килә. Башҡорттар бик боронғо халыҡ, Волга буйындағы төп этностарҙың береһе. 

Китапхана ҡунаҡтарына башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, легендалары тураһында һөйләйәсәктәр. Сарала Халҡыбыҙҙың фольклор-әҙәби һәйкәле "Урал батыр" эпосына айырым иғтибар биреләсәк. Халыҡ йырҙары, бәйеттәр, ҡобайырҙар, эпостар тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә китә. Быуаттар дауамында улар телдән-телгә, олонан кесегә күсеп килгән. XVIII  быуатҡа тиклем ҡағыҙға төшмәгән. Башҡорт халыҡ фольклоры тураһында ентекләберәк сарала һөйләнеләсәк. Ҡунаҡтар "Урал батыр" башҡорт эпосы мотивтары буйынса төшөрөлгән анимация фильмы менән таныша аласаҡ. Әйткәндәй, фильм РБ президенты грантына эйә булды һәм Илдар Ғафаров етәкселегендә "Аманат" студияһы тарафынан тормошҡа ашырылды. 
Башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте үҫешендә, шиғырҙар менән бер рәттән, халыҡ музыкаһы ла мөһим урынды алды. Ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, һорнай кеүек бик боронғо музыка ҡоралдары тураһында тарихи мәғлүмәттәр быуат төпкөлөнә барып тоташа. Был ҡоралдар ваҡыт тарафынан тикшереү үткән һәм үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған. 
Мәҙәниәтсе Эльза Ҡотлобаева тыңлаусыларҙы башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышына индергән батыр өлөшө тураһында һөйләйәсәк. Ғәҙәти булмаған батыр атлылар тураһында һүҙ бар Европаға тарала. Башҡорт атлылары Гамбург, Лейпциг һәм Париж урамдарында йөрөйҙәр. Уларҙың уҡтарынан һәм ярһып торған аттарынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар. Улар Наполеон армияһының ҡотон алып торалар, ә һуңынан Гетены мәҙәниәте менән һоҡландыралар. Француздар башҡорттарҙы, уҡтан оҫта атҡаны өсөн, "төньяҡ амурҙары" тип атай башлайҙар. 
Тюмень ҡалаһынан "Илһам" АНО проекты менеджеры Алексей Боровиков "Инклюзив мәҙәниәткә юл" проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Уңайлы мөхит булдырыу өлкәһендә ҡануниәт нигеҙҙәре, инвалидтарға ситуацион ярҙам итеү ҡағиҙәләре менән таныштырасаҡ. 
Айгөл Әминева, махсус китапхана директоры: "Рухи мираҫ ата-бабаларҙан барлыҡҡа килә һәм халыҡ мәҙәниәтенең айырылмаҫ өлөшө булып тора. Ул телдә, йолаларҙа, байрамдарҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, сәнғәттә һәм диндә һаҡлана. Рухи мираҫ халыҡ тарихын һаҡларға ярҙам итә һәм уның уникаллеген һаҡлай. 
Бынан тыш, халыҡтың рухи мираҫын белеү, көнкүрештә лә ҙур файҙа килтерә. Милли һыҙаттарға нигеҙләнеп, ул кешегә яҡындарын яҡшыраҡ аңларға, төрлө мәҙәниәтле кешеләр менән уртаҡ тел табырға ярҙам итә. Шулай уҡ, ул тормошта осраған төрлө хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүгә лә булышлыҡ итә". 
Сараның башланыу ваҡыты: 15:00.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

 

"Балаганчик" китап театры тәҡдим итә

Театр книги "Балаганчик" представляет
26 октябрь махсус китапханала Надежда Гречанникованың "хыялдар йорто" әҫәре буйынса спектакль ҡуйылды. Спектаклдә "Балаганчик" китап театрының һәүәҫкәр артистары ҡатнашты. Был пьеса 2019 йылда "Драма ваҡыты" конкурсында финалға сыҡты. 
Ваҡиғалар ҡарттар йортонда бара. Бында йәшәүселәрҙең йөрәктәре мөхәббәткә асыҡ һәм матур киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Төп герой - элекке уҡытыусы, йортон малайына яҙҙыра, а малайы - килененә. Элекке театр артисы йортҡа яңғыҙлыҡ эҙләп килә, бында дауаланып ҡайтырға иҫәп тота. Геройҙар яҙмышы төрлө. Был пьеса беҙҙең кем булыуыбыҙ тураһында... Геройҙарҙың артабанғы яҙмышы менән спектаклдә таныша алаһығыҙ. 
Биш йыллыҡ эшендә һәүәҫкәр актерҙар коллективы тамашасыларын рус һәм башҡорт  классиктарының әҫәрҙәре менән таныштырҙы. 
Спектакль тифлокомментарийҙар менән оҙатылып барасаҡ. 
Башлана: 15.00
Адресы: Өфө, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

"Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе 

II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».
II Всероссийский форум-выставка «Ломая барьеры».
19-21 октябрь Өфө "Торатау" конгресс-холлында "Кәртәләрҙе емереп" II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе  үтә. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50 компания ҡатнашасаҡ. Майҙандарҙың береһендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы урын аласаҡ. Экспозицияла махсус китапхана нәшриәтендә баҫтырылған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә. Иң кескәйҙәр өсөн ҡулдан башҡарылған аудиостикерлы йомшаҡ китаптар, мәктәп уҡыусылары өсөн ҡабарынҡы-график әсбаптар, "һөйләй торған" китаптар, Брайль техникаһына өйрәтеүсе трафареттар һәм грифель тәҡдим ителә. 
Күргәҙмә 21 октябрға тиклем барасаҡ.

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.