Уҡытыусы йылының төп датаһы - Ватан педагогия мәктәбенә нигеҙ һалыусы Константин Ушинскийҙың 200 йыллыҡ юбилейы. Ул 1823 йылдың 3 мартында тыуған. "Туған һүҙ" һәм "Балалар донъяһы" китаптары авторы. Был Рәсәйҙә асыҡ ҡулланыуҙағы балаларға башланғыс белем биреүсе тәүге уҡыу китаптары. Тәбиғәт һәм хайуандар тураһында хикәйәләр һәм әкиәттәр.
Новости
14.11.2023
14 ноябрь инвалид балалар араһында үткән "Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре" Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
2006 йылдан алып М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы иң талантлы үҙенсәлекле балаларҙы лайыҡлы бүләктәрен тапшырыу өсөн йыя. Ошо ваҡыт эсендә конкурста 2 мең тирәһе бала ҡатнашты.
14.11.2023
14 ноябрь мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткән Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Конкурс рус педагогы, яҙыусы, Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Дмитрий улы Ушинскийҙың тыуыуына 200 тулыуға арналды.
13.11.2023
13 ноябрь, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә, "Аҡ таяҡ" айлығы тамамлана. Был көндә китапханала "Донъя беҙгә йөрәк аша күренә" изгелек сәғәте үтте. Китапханасылар 126-сы мәктәп уҡыусыларына был көндөң тарихы тураһында һөйләнеләр.
1745 йылдың 13 ноябрендә Францияла билдәле педагог, Петербургта һәм Парижда һуҡырҙар өсөн мәктәптәр һәм предприятиеларға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи донъяға килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо көндө һуҡырҙар көнө тип билдәләй.
1745 йылдың 13 ноябрендә Францияла билдәле педагог, Петербургта һәм Парижда һуҡырҙар өсөн мәктәптәр һәм предприятиеларға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи донъяға килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо көндө һуҡырҙар көнө тип билдәләй.
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана китапхананың тифлобаҫма бүлегендә "Милли спорт төрҙәре" серияһының яңы сығарылышы донъя күрҙе. Әсбап һуҡырҙар өсөн Брайль шрифы һәм насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифта нәшер ителде. Шулай уҡ әсбапта ҡабарынҡы график иллюстрациялар урын алды.
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
09.11.2023
Республика конкурсына һөҙөмтәләр яһау
Нет аудио-заголовка... 2023 йылдың 7 ноябрендә инвалид балалар араһында үткән Республика ижад конкурсының һөҙөмтәләрен яһау буйынса жюри ултырышы үтте.
К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған "Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре".
07.11.2023
8 ноябрь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында башҡорт шағирәһе Миңлегөл Хисамова менән ижади осрашыу үтәсәк.
01.11.2023
Иғлан
Нет аудио-заголовка...Хөрмәтле уҡыусылар!
4 ноябрь, Халыҡ-ара берҙәмлек көнө бәйле китапхана 3 ноябрь 17:00 сәғәткә тиклем эшләй.
4,5,6 ноябрь - ял көндәре.
7 ноябрь - эш көнө.
Администрация
4 ноябрь, Халыҡ-ара берҙәмлек көнө бәйле китапхана 3 ноябрь 17:00 сәғәткә тиклем эшләй.
4,5,6 ноябрь - ял көндәре.
7 ноябрь - эш көнө.
Администрация
01.11.2023
4 ноябрь Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә "Сәнғәт төнө" акцияһы үтәсәк. Был көндә махсус китапхана уҡыусыларын һәм ҡунаҡтарын онлайн режимда "Көлһылыу" фильмын ҡарау көтә. Фильм төп биттә https://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Fbrsbs.ru&post=205296142_4611&cc_... тифлокомментарийҙар менән оҙатылып барасаҡ.