13-14 мартта Өфөлә V «АРТ-Ҡоролтай» халыҡ-ара мәҙәни форумы үтәсәк

В Уфе 13-14 марта состоится V Международный культурный форум «АРТ-Курултай»
Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм ҡатнашлығында йыл һайын үткәрелә. Был ваҡыт эсендә "АРТ-Ҡоролтай" илебеҙ мәҙәниәтен үҫтереү трендтарын тикшереү өсөн илдәге иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде.
Мәҙәни форум эшендә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, абруйлы ҡунаҡтар: Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының мәҙәниәт Департаменты директоры Артем Горный, Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный, «Сириус» урта махсус музыка мәктәбе директоры (Сочи ҡалаһы) Вадим Руденко, «Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулығы директоры (Сталинград ҡалаһы) ҡатнашасаҡ.

Форумға Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышы старт бирәсәк. Унда төбәктең мәҙәниәт өлкәһе етәксеһе Әминә Шафиҡова «Мәҙәниәт» милли проектына йомғаҡ яһаясаҡ. Шулай уҡ «финанс именлеге – тармаҡтың тотороҡло үҫеш нигеҙе»секцияһы эшләйәсәк.
14 мартта форумдың эш программаһы үтәсәк. Унда «Бөйөк ил мираҫы – Рәсәйҙең мәҙәни суверенитеты нигеҙе» пленар ултырышы һәм секциялар эше ҡаралған. "АРТ-Ҡоролтай" сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ойоштороу комитеты етәксеһе Урал Килсенбаев рәйеслегендә армия мәҙәниәте көндәрен әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтәсәк.
Республика Хәрби Дан музейында «Ватан Геройҙары: тарихи мәғрифәтселек һәм музей саралары менән патриотик тәрбиә» майҙансығы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «Клуб учреждениеларының яңы саҡырыуҙары» секцияһы эшләйәсәк.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында дөйөм ҡулланылыштағы китапханалар директорҙары һәм белгестәре «Рәсәйҙең иң яҡшы китапхана практикаһы»секцияһында көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Был майҙансыҡта шулай уҡ Башҡортостан республикаһы китапханалары базаһында «Даһи урыны» таланттар тупланыу нөктәләрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Махсус китапхана форумда ҡатнашыусылар иғтибарына «Башҡортостан Геройҙары: сикһеҙ китаптар» күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Тактиль китаптар, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған ҡабарынҡы-график әсбаптар ҡуйыласаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Мәҙәниәт ойошмаһында лидер һәм команданың үҙ-ара эш итеүе» семинар-практикумы үтәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.