Новости

06.04.2026
 «Чернобыль - быуат һәләкәте» китап күргәҙмәһе

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы абонементы Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияның 40 йыллығына арналған «Чернобыль - быуат һәләкәте» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль АЭС-ында реактор шартлай, был донъя атом энергетикаһы тарихында иң ҙур авария була. Тирә-яҡ мөхиткә бик күп радиоактив матдәләр сығарыла. Һәләкәттән һуң тәүге айҙарҙа 31 кеше һәләк була, ә 600 меңгә яҡын ликвидатор уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙә ҡатнаша.

30.03.2026
Балалар китабы Аҙналығы көндәрендә

Быйыл балалар һәм үҫмерҙәр китабы Аҙналығы 28 марттан 5 апрелгә тиклем үтә. Өфөнөң 126-сы урта мәктәбендә мауыҡтырғыс сара - «Китап океаны буйлап сәйәхәт» әҙәби маршруты үтте. Уны һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы китапханасылары ойошторҙо.

27.03.2026
"Аҡса, намыҫ һәм варениктар": "Балаганчик" инклюзив театрының яңы ҡуйылышы

М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Алексей Щеглов пьесаһы буйынса «Аҡса, намыҫ һәм варениктар» спектакленең премьераһы булды. Спектаклде һуҡыр һәм насар күргән актерҙарҙы берләштергән инклюзив үҙешмәкәр театр «Балаганчик» тәҡдим итте.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.