Экспозиция күренекле сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, талантлы драматург һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала.
Новости
10.11.2026
10.11.2026
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында күрмәгән һәм насар күргән йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса эҙмә-эҙлекле һәм бик мөһим эш дауам итә. Китапхананың тарихи-мемориаль үҙәге уникаль экспонаттар менән тулыланды: бында күренекле яҡташтарыбыҙҙың һүрәте төшөрөлгән тактиль барельефтар барлыҡҡа килде.
03.11.2026
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы исеменән был мәртәбәле һөнәри форумда ял итеүҙе ойоштороу бүлеге мөдире Гөлшат Ғафур ҡыҙы Хәлитова сығыш яһаны. Ул конференция эшендә онлайн форматта ҡатнашып, башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән беҙҙең китапхананың үҙенсәлекле эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »

















