Новости

08.11.2024
Час памяти "Башкирия в годы Великой Отечественной"
Рәсәй Федерацияһы Президентының һуҡырҙар өсөн «Башҡортостан - геройҙар иле» тарихи – мемориаль үҙәген булдырыу буйынса грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2024 йылдың 8 ноябрендә Өфө медицина колледжында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» хәтер сәғәте үтте.
Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса «Эҙләнеү» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең эҙләнеү отряды командиры Елена Вязовцева үҙенең презентацияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы илдәр, уларҙың ҡоралланыуы һәм кеше юғалтыуҙары тураһында һөйләне. Фашистик Германияны еңеүҙә Советтар Союзының төп ролен асыҡ иҫбатланы.
06.11.2024
Издано пособие о легендарном Генерале
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә "Халыҡ геройы - Генерал Шайморатов" ҡабарынҡы-график әсбабы донъя күрҙе.
Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы касса фильмы йәки популяр телесериал өсөн сюжет була алыр ине. Уның фигураһы таш һәм бронзанан мәңгеләштерелгән, билдәле шағир Константин Симонов уның тураһында «Башҡорт дивизияһында» очергын яҙа, комдив тыуған ауылға уның исеме бирелә. Заһир Исмәғилев һәм Ҡадир Даян ижад иткән «Шайморатов-генерал» йыры айырым телгә алыуға лайыҡ.
05.11.2024
Поездка на родину Салавата Юлаева
Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығының һуҡырҙар өсөн «Башҡортостан - геройҙар иле» тарихи-мемориаль үҙәген булдырыу буйынса грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2024 йылдың 2 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылында хәрби-патриотик йүнәлештәге музейға, атап әйткәндә, башҡорт милли геройы Салауат Юлаев музейына сәфәр ҡылынды. Күсмә экскурсияла Өфө медицина колледжы студенттары ҡатнашты.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.