Новости

01.11.2024
Книжная выставка «Под знаменем единства»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы абонементы уҡыусылары иғтибарына «Берҙәмлек байрағы аҫтында» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды.
Был байрамдың тамырҙары, моғайын, Рәсәй үҙ тарихының иң ҡатмарлы осорҙарының береһен кисергән сыуалыш осорона барып тоташа. Ил Мәскәү Рюриковичтары династияһы ҡыҫырыҡланғандан һуң башланған тәрән сәйәси көрсөккә дусар була: Иван Грозныйҙың вариҫы батша улы Дмитрий серле шарттарҙа һәләк була һәм тәхет өсөн алышта бер юлы бер-нисә билдәле баяр ырыуы, шул иҫәптән Захарьиндар һәм Годуновтар ҡатнаша.
31.10.2024
Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Терроризм
Латин теленән тәржемә иткәндә terror– ул ҡурҡыу, ҡот осҡос тигәнде аңлата. Терроризмдың төп маҡсаты –үҙҙәренең ҡорбандарында ғына түгел, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тойғоһо уятыу.
Урамдарҙа терроризм ҡурҡынысы янау
Әгәр ҙә урамда атыш башланһа, нимә эшләргә?
 
30.10.2024
Ночь искусств в специальной библиотеке
Ноябрь башында Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә «Сәнғәт төнө» акцияһы үтәсәк. Быйыл уның саралары халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналасаҡ һәм «Рәсәй берләштерә» девизы аҫтында үтәсәк. Музейҙар һәм театрҙар, күргәҙмә һәм концерт залдары, китапханалар һәм мәҙәни клубтар тематик сараларҙы офлайн һәм онлайн форматта үткәрәсәк.
1 ноябрҙә уҡыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Визит»тифлокомментарийҙар менән яҙылған фильмын ҡарарға саҡырабыҙ.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.