"Аҡса, намыҫ һәм варениктар": "Балаганчик" инклюзив театрының яңы ҡуйылышы

"Аҡса, намыҫ һәм варениктар": "Балаганчик" инклюзив театрының яңы ҡуйылышы

М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Алексей Щеглов пьесаһы буйынса «Аҡса, намыҫ һәм варениктар» спектакленең премьераһы булды. Спектаклде һуҡыр һәм насар күргән актерҙарҙы берләштергән инклюзив үҙешмәкәр театр «Балаганчик» тәҡдим итте.

Артистар бер кистә ҡапыл байырға, яҡындарының ышанысын юғалтырға, яңы мөхәббәт табырға һәм, иң мөһиме, тормошта нимә мөһим икәнен аңларға мөмкин тигән тарихты юмор һәм ирония менән уйнаны. Сәхнәгә Марина Иванова, Рәмзиә Тарасова, Илдар Мансуров, Ринат Сөләймәнов, Фәнүр Бәҙретдинов һәм Рима Хөсәйенова сыҡты. Коллективтың художество етәксеһе Марина Иванова.

Сара тамашасыларҙы мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итә һәм тағы бер тапҡыр раҫлай: театр берләштерергә һәм яңы мәғәнәләр бирергә һәләтле.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.