24 апрелдә Пушкин картаһының амбассадоры конкурсы старт алды. Был проект йәштәрҙе илдең мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был конкурс ҡына түгел – ул Рәсәй төбәктәрендә яңы мәҙәни көн тәртибен формалаштырыусы йәш лидерҙар берләшмәһенең бер өлөшө булыу мөмкинлеге.
Конкурс Рәсәйҙең «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Милли өҫтөнлөктәр»автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы менән уҙғарыла.










