Башҡорт теле дәреслеге Брайль шрифтында баҫтырылды
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә 7 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслеге Брайль шрифтында баҫтырылды. Әсбап, үҙ телен хөрмәт итеүсе һәм яҡшы белеүсе тулы шәхесте формалаштырыуға булышлыҡ итә. Башҡорт теленә өйрәтеү уҡыусыларға коммуникация һәләттәрен киңәйтергә, һүҙ байлығын арттырырға, лексик һәм фразеологик берәмектәрҙе дөрөҫ ҡулланып өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.
Ҡабарынҡы нөктәле башҡорт теле дәреслектәре арҡаһында, күреү һәләте боҙолған балалар күреүсе тиҫтерҙәре менән бер рәттән үҙҙәренең туған телен һәм мәҙәниәтен өйрәнә аласаҡтар.
Дәреслек тиражы тулыһынса 28-се Өфө махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты өсөн тәғәйенләнде.



Макарим Хусаинович Тухватшин









